Спорт һәм туризм
20 Май 2025, 18:40

Өфө спортсыларҙы ҡабул итте

20 – 22 майҙа баш ҡалабыҙҙа насар күргән спортсылар араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй кубогына ярыштар һәм беренселек була. Ярыштар Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә бара.

Өфө спортсыларҙы ҡабул иттеӨфө спортсыларҙы ҡабул итте
Өфө спортсыларҙы ҡабул итте

Өфөлә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар илдең еңел атлеттары сығышын ҡарай алды. Ярышты асыу тантанаһында Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты, Рәсәй Һуҡырҙар спорты федерацияһы президенты, өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Ольга Семенова ҡатнашты.

Рәсәйҙән 200 тирәһе спортсы төрлө арауыҡҡа (100, 200, 400, 800, 1500 һәм 5000 метр), йүгереү, ядро, диск ташлау, оҙонлоҡҡа һәм юғарыға һикереү буйынса ярыштарҙа үҙ көсөн һынай.

Ярыштарҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов спортсыларҙы сәләмләне.

- Был – илдәге адаптив спорттың иң ҙур спорт сараларының береһе. Өфөгә Рәсәй Федерацияһының 24 төбәгенән төрлө спортсылар килде. Быйыл октябрь-ноябрҙә БДБ илдәренең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары араһында I Ҡышҡы спартакиаданы үткәреүҙе планлаштырабыҙ, - тине ул.

Сығанаҡ, фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-05-20/uf-prinimaet-chempionat-rossii-po-legkoy-atletike-sredi-slabovidyaschih-sportsmenov-4243483

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас