Спорт һәм туризм
24 Май 2025, 09:30

Беҙҙең Алһыу ҙа йүгерҙе!

"Башҡортостан" республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина бындай сараларҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. 

Беҙҙең Алһыу ҙа йүгерҙе!Беҙҙең Алһыу ҙа йүгерҙе!
Беҙҙең Алһыу ҙа йүгерҙе!

“Йәшәү – үҙе марафон йүгереү кеүек ул. Аҙаҡҡаса барып етеү өсөн күп көс һәм ныҡлыҡ талап ителә”. Донъялағы билдәле йүгерек Фауджа Сингханың был һүҙҙәренә күп мәғәнә һалынған. Әле лә улар көнүҙәк.  Бөгөн иһә илдә күптәр стартҡа баҫты: Бөтә Рәсәй “ЗаБег.РФ” ярыммарафоны туғыҙынсы тапҡыр үткәрелде.

Шулай итеп, йүгерергә яратҡан спортсылар һәм спорт һөйөүселәр өсөн ысын мәғәнәһендә  байрам ойошторолдо. Рәсәйҙәге 80-дән ашыу ҡалала – Камчатканан Калининградҡа тиклем -  бер юлы йүгерергә сыҡтылар. Был матур сара Өфөлә лә булды. Спорт һөйөүселәр - дүрт мең тирәһе кеше - 21,1, 10, 5 һәм 1 километр арауыҡҡа үҙен һынап ҡараны.

Ярышты асыуҙа Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Рима Баталова, Зариф Байғусҡаров һәм башҡалар ҡатнашты.

- Һеҙҙе сәләмләүемә шатмын. Һеҙҙең менән һәр саҡ бергә йүгерәбеҙ. Бөгөн Рәсәй Федерацияһының барлыҡ ҡалаларынан 150 мең спортсы бер юлы йүгерергә сыҡты. Быйыл беҙгә 25 сит илдән вәкилдәр ҡушылды. Шуға күрә барыһына ла ҡатнашыуығыҙ, балаларығыҙҙы, ейән-ейәнсәрегеҙҙе  килтереүегеҙ, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Өфө спорт баш ҡалаһы булырға тейеш! - тип белдерҙе Зариф Закир улы.

Зариф Закир улы 10 километр арауыҡҡа йүгерҙе. Шуныһы үҙенсәлекле: был сара “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите өсөн дә иҫтәлекле булды. Спорт йылъяҙмаһында айырым бит биләр тарихи йүгереүҙә хеҙмәттәшебеҙ, баш мөхәррир урынбаҫары  Алһыу Әһлиуллина ла ҡатнашты. Йүгереү менән даими мауыҡҡан хеҙмәттәшебеҙ беренсе тапҡыр ғына бындай сарала ҡатнашмай. Һөҙөмтәлә сираттағыһы ла уңышлы булды: ул 10 километр арауыҡты уңышлы үтте.

Башҡортостандың баш ҡалаһы сираттағы тапҡыр үҙенең спорт һөйөүсе баш ҡала икәнлеген иҫбатланы. Бөгөн һәр кем тиерлек физик күнекмәләрҙең, спорттың кеше тормошонда мөһим урын биләүен, һаулыҡты нығытыуҙа кәрәклеген, әүҙем тормоштоң мөһим икәнлеген аңлап ҡына ҡалмай, ошо маҡсаттарҙы бойомға ашырырға ла ынтыла.

Алһыу Әһлиуллина фотолары. 

Беҙҙең Алһыу ҙа йүгерҙе!
Беҙҙең Алһыу ҙа йүгерҙе!
Беҙҙең Алһыу ҙа йүгерҙе!
Беҙҙең Алһыу ҙа йүгерҙе!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас