Спорт һәм туризм
29 Май 2025, 14:40

Бокс – ҡыйыуҙар спорты

Өфөлә Башҡортостан Бокс федерацияһының киңәйтелгән президиумы ултырышы үтте.

Бокс – ҡыйыуҙар спортыБокс – ҡыйыуҙар спорты
Бокс – ҡыйыуҙар спорты

Өфөлә Башҡортостан Бокс федерацияһының киңәйтелгән президиумы ултырышы үтте.

Төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың 40 ҡалаһында һәм районында 9 меңдән ашыу кеше бокс менән шөғөлләнә. Республика Министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн Башҡортостанда 140 йүнәлеш буйынса спорт мастерына кандидаттар һаны 30 проценттан ашыуға артҡан, бокс популярлыҡ яулай бара.

- Беҙҙең республикала 29 махсус ойошма профессиональ спортсы әҙерләй. Уларҙа 3,3 меңгә яҡын боксер техника һәм тактик алымдарҙы камиллаштыра,  93 остаз спортсыларҙы әҙерләй. "Мәктәптәргә - бокс" проекты арҡаһында бихисап үҫмерҙең бокс менән танышыу мөмкинлеге арта, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Төбәктә боксты популярлаштырыу менән Башҡортостан Республикаһы Бокс федерацияһы шөғөлләнә. Ойошма эгидаһы аҫтында төрлө кимәлдәге ярыштар үткәрелә, тренерҙар һәм судьялар әҙерләү өсөн яңы бүлексәләр асыла һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Федерацияның иң титуллы тәрбиәләнеүселәре араһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, Боливариан уйындары һәм БРИКС илдәре уйындары еңеүсеһе Азалия Әминеваны айырым билдәләргә мөмкин. Тиҙҙән ул Европа беренселегендә  көс һынаясаҡ. Данис Ғабдрафиҡов Волга буйы федераль округы һәм «Динамо» йәмғиәте чемпионы титулын алған, Йәштәр спартакиадаһында еңгән, шуай уҡ Волга буйы федераль округы йыйылма командаһы составында «Еңеү Кубогы» IV Бөтә Рәсәй турнирының ярымфиналына юлланған.

Артур Собханғолов нефть илдәре араһында донъя кубогын яулаған, турнирҙа еңгәндән һуң Рәсәй чемпионатының көмөш призеры һәм Рәсәй кубогын яулаған.

Бекхан Исраилов Рәсәй чемпионаты призерҙары иҫәбенә ингән, шулай уҡ Беларустың Гомель ҡалаһында халыҡ-ара ярыштарҙа көмөш призер булған.

 - Алда Башҡортостан Республикаһының ирҙәр йыйылма командаһын Волга буйы федераль округы һәм Рәсәй чемпионатында уңышлы сығыш яһауға, ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһын Рәсәй чемпионатына, 13-14 йәшлек үҫмерҙәр командаһын Рәсәй беренселегенә әҙерләү, шулай уҡ дөйөм физик әҙерлек буйынса йәйге уҡыу-күнекмә сараларын үткәреү зарур. Шулай уҡ 13-23 ноябрҙә үтәсәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бокс буйынса Рәсәй чемпионатын үткәреүгә әҙерлек эштәре башланды. Беҙ йыйылма команда лидеры Азалияға Әминева өмөт бағлайбыҙ, уның маҡсаты – 2028 йылғы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында булыу, - тине Башҡортостан Республикаһы Бокс федерацияһының башҡарма директоры Ирек Мөхәмәтйәров.

Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Бокс федерацияһы «Бокс элементтары менән өсөнсө физик культура дәресе» төбәк программаһын әҙерләгән. Ул Өфөнөң, Благовещендың, Стәрлетамаҡтың, Бәләбәйҙең, Салауаттың һәм Сибайҙың 1500-ҙән ашыу уҡыусыһын берләштергән  туғыҙ белем биреү учреждениеһында мотлаҡ бокс менән шөғөлләнеүҙән ғибәрәт. Бынан тыш, федерация республика муниципалитеттарында ойошманың филиалдарын асыу буйынса эш алып бара.

Башҡортостан Республикаһы Бокс Федерацияһының киңәйтелгән президиумы ултырышында Андрей Назаров төбәктә боксты популярлаштырыуға йүнәлтелгән муниципалитеттарҙың эшен дәртләндереүгә иғтибар бүлергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

pravitelstvorb.ru

Бокс – ҡыйыуҙар спорты
Бокс – ҡыйыуҙар спорты
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас