

Рәсәй Президенты Владимир Путин Физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда видеоконференция режимында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Фекер алышыуҙың төп темаһы – адаптив физкультураны һәм спортты үҫтереү. Рәсәй Президенты билдәләүенсә, был йүнәлеш һаулыҡ буйынса сикләүҙәр булған кешеләргә әүҙем тормош алып барыу, турнирҙарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн күберәк мөмкинлектәр асырға ярҙам итергә тейеш. Спорт объекттары инфраструктураһына айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк.
– Рәсәйҙә уларҙың һаны 370 меңдән ашыу, әммә әлегә бындай объекттарҙың 10 проценттан аҙырағы ғына һаулыҡ буйынса сикләүҙәре булған кешеләргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле махсус йыһазландырыуға, ҡорамалдарға эйә, – тип билдәләне Владимир Путин. – Ағымдағы йыл аҙағына тиклем бөтә спорт ҡоролмаларын инвентаризациялау тамамланырға, 2030 йылға шулай уҡ махсус ҡорамалдар һәм инвентарь ихтыяжы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелергә тейеш.
Шулай уҡ ил башлығы махсус хәрби операция ветерандарына спорт менән шөғөлләнеү өсөн киң мөмкинлектәр булдырыуҙы мөһим бурыстарҙың береһе тип атаны.
Рәсәй Президенты 2030 йылға тиклемге осорға һәм 2036 йылға тиклемге перспективаға адаптив спортты һәм адаптив физкультураны үҫтереү концепцияһын, тейешле саралар планын әҙерләргә ҡушты.
Шуны билдәләргә кәрәк: Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең шөғөлдәре өсөн яраҡлаштырылған 5713 спорт ҡоролмаһы эшләй. Республикала 46 меңдән ашыу кеше 811 реабилитация үҙәгендә һәм физкультура-спорт ойошмаларында адаптив физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Йыл һайын 230-ҙан ашыу спорт сараһы, спорттың дүрт төрө буйынса комплекслы спартакиадалар, инвалидтар спорты декадалары үтә. Шулай уҡ төбәктә 16 паралимпия һәм сурдлимпия дисциплинаһы үҫешә.
Фото: glavarb.ru