

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған. Унда шундай юлдар бар:
“Беҙ мәктәптәрҙә өсөнсө физкультура дәресенә бокс элементтары индерә башланыҡ. Улар аҙнаһына бер тапҡыр үтә. Әлегә Башҡортостандың туғыҙ мәктәбендә бокс дәрестәре бар, унда 1,5 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Киләһе уҡыу йылынан уларға тағы ла 10 уҡыу йорто өҫтәләсәк. Бокс кешегә үҙенең кемлеген һәм нимәгә һәләтле булыуын күрһәтә. Ә беренсе тапҡыр рингка сығыу хатта күнекмә спаррингында ла үҙ-үҙеңде һынау ул. Шуға күрә мин мәктәптәге бокс идеяһының дөрөҫлөгөнә ышанам.
Дөйөм алғанда, республика халҡының был олимпия спорт төрөнә мөнәсәбәте ҡыуандыра. Республикала 40 районда һәм ҡалала 9 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә, уларҙың өстән бер өлөшө - 93 остаз етәкселегендә профессиональ рәүештә.
14 кеше Рәсәй йыйылма командаһы составына индерелгән. Республиканың Бокс федерацияһы әүҙем эшләй. Донъя кимәлендәге ярыштар ойошторола, яңы бүлексәләр асыла һәм тренерҙар һәм судьялар әҙерләү өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Иң яҡшы 10 муниципалитетты бүләкләнем, уларға бокс ҡыҙыҡлы һәм йәштәр менән эшләүҙең бер өлөшө булып тора. Йыл һайын бокс үҫешендә айырым ҡаҙаныштар өсөн иң әүҙемдәрҙе билдәләйәсәкбеҙ, тип уйлайым. Ә был ял көндәрендә Азалия Әминева 19-22 йәшлек үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге еңеүсеһе булды, иң яҡшы боксер тип танылды һәм октябрҙә Әрмәнстанда Европа беренселегендә ил намыҫын яҡлаясаҡ. Һәм Азалияны 2028 йылғы йәйге Олимпия уйындарына әҙерләйбеҙ - бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Был эшмәкәрлек яҡшы һөҙөмтәләр килтерә.
Беҙҙә Европа, Рәсәй, Волга буйы федераль округы чемпиондары, Донъя Кубогын яулаусылар, Универсиада һәм Уҡыусылар спартакиадаһы еңеүселәре бар. Беҙҙең Артур Собханғолов - IBF версияһы буйынса донъя рейтингында туғыҙынсы урында. Бекхан Исраилов Белоруссиялағы халыҡ-ара бокс ярыштарынан көмөш миҙал алып ҡайтты. Данис Ғабдрафиҡов "Еңеү Кубогы" IV Бөтә Рәсәй турнирының ярымфиналына әҙерләнә, уға еңеү теләйбеҙ!” - тип яҙған Андрей Назаров.
Фотолар А. Назаровтың шәхси сәхифәһенән.