Спорт һәм туризм
2 Июнь 2025, 10:30

“Мин уны йәнем, тәнем менән яратам”

Әңгәмә барышында Зәлиә был хаҡта шул тиклем ихлас итеп һөйләне... 

“Мин уны йәнем, тәнем менән яратам”“Мин уны йәнем, тәнем менән яратам”
“Мин уны йәнем, тәнем менән яратам”

Йога – бөтә донъяға һинд мәҙәниәтенән таралған күренеш. Рәсәйгә ул ХХ быуаттың баштарында килеп етә, әммә совет власы йылдарында уның менән шөғөлләнеү, уға бәйле тәғлимәтте таратыу тыйыла.

Беҙҙә йога ныҡлап уҙған быуаттың 90-сы йылдарында үҫеш ала. 1993 йылда Мәскәүҙә тәүге йога мәктәбе барлыҡҡа килә. Интернет селтәре был күренештең ныҡлап таралыуын тағы ла тиҙләтеп ебәрҙе, бөгөн хатта иң төпкөл ауылдарҙа ла йога менән шөғөлләнеүселәр бар.

Ә шулай ҙа нимә ул йога? Кем уға нисек килә? Ул нимә бирә? Ошо хаҡта Учалы ҡыҙы Зәлиә Манапова менән әңгәмә ҡорҙоҡ. 

– Үҙең менән яҡындан таныштыр әле?

– Миңә 41 йәш, ғаиләм, бер балам бар. Учалы ҡалаһында тыуып үҫтем. 2000 йылдан Өфөлә йәшәйем.

– Йога менән ҡасан, нисек шөғөлләнә башланың?

– Был 2011 йылда булды. Йөккә уҙғас, сабыйымды өҙлөгөүһөҙ табыу, уның дөрөҫ үҫешеүен һәм үҙемдең сәләмәтлек торошомдо хәстәрләп, йога менән ҡыҙыҡһынып киттем. Ауырлы ҡатындар өсөн күнекмәләрҙе эшләнем. Бала табыу йортонда дауалау-физкультура комплексы инструкторы ла йога күнегеүҙәрен өйрәтте. Был алымдың һөҙөмтәле булыуын – бил ауыртыуы баҫылыуын, тәндә еңеллек барлыҡҡа килеүен тойҙом. Әйткәндәй, сабыйымды артыҡ ыҙаһыҙ ғына таба алдым.

Икенсе тапҡыр йога менән 2019 йылда “осраштым”. Был ваҡытта артыҡ тән ауырлығы барлыҡҡа килгән ине: норма буйынса 57 килограмм булырға тейеш булһам, ысынбарлыҡта 70-кә еттем. Эштә баҫҡыс буйлап бишенсе ҡатҡа күтәрелеү ауыр бирелә башланы, хәлем бөтөп, тыным ҡыҫылып йонсоном. Шулай итеп, тағы йога менән шөғөлләнә, көн һайын күнегеүҙәр комплексы эшләй башланым: иртәнсәк – бер, кискеһен йоҡо алдынан – ярты сәғәт.

Былтыр Рәсәй йога федерацияһында уҡып, махсус белемгә эйә булдым. Әлеге ваҡытта, инструктор булараҡ, Дим биҫтәһендә дәрестәр алып барам. Үҙем белгәндәр менән уртаҡлашыу ныҡ оҡшай, уҡыусыларымдың уңыштарын күреп ҡыуанам.

– Йога кешегә нимә бирә? Үҙең ниндәй үҙгәрештәр тойҙоң?

– Әкренләп тән ауырлығы кәмене, ҡан баҫымы кимәле көйләнде, үҙемдә еңеллек, көс-дәрт артыуын тойҙом. Физик сәләмәтлектән тыш, үҙ-үҙем, тирә-йүн менән гармонияла йәшәргә өйрәндем. Ҡыҫҡа итеп әйткәндә, йога – сәләмәт тән дә, сәләмәт рух та ул. Уның менән даими шөғөлләнеү барышында күпкә тынысыраҡҡа әйләнәһең, тормоштан ҡәнәғәт булыу хисе арта, ә был үҙ сиратында кешеләр менән мөнәсәбәт ҡороуға ла, эш һөҙөмтәлелегенә лә тәьҫир итә. Ғөмүмән, мин йоганы бөтә йәнем, тәнем менән яратам.  

– Был алым менән шөғөлләнергә теләгән кешеләргә ниндәй кәңәштәр бирер инең? Нисек башларға?

– Йога менән шөғөлләнеүселәр араһында шундай әйтем бар: иң ауыры – келәмде йәйеү. Шуға күрә ҡурҡмаҫҡа, йыбанмаҫҡа кәңәш итәм. Тотоғоҙ ҙа шөғөлләнә башлағыҙ, махсус студияға йәки клубҡа яҙылығыҙ, йәғни күнекмәгә килегеҙ ҙә келәмегеҙҙе йәйегеҙ. Тәүге көндәрҙә үк тәнегеҙҙә еңеллек, ҡәнәғәтлек, ҡыуаныс хисе тоясаҡһығыҙ.

Башланғыс кимәл өсөн ниндәйҙер айырым әҙерлек кәрәкмәй. Тәүҙә быуындарҙы яҙыу, мускулдарҙы йылытыу, “Пранаяма” тип аталған  тын алыу күнекмәләре эшләнә. Шулай итеп, үҙеңде төп этапҡа әҙерләйһең. Унан инде “Асана” – төп өлөш башлана, тәржемә иткәндә, “тәндең уңайлы урынлашыуы”, “ултырыу урыны” тигән мәғәнәгә эйә. Йомғаҡлау өлөшө – “Шавасана” – йоганың иң тылсымлы, иң тәьҫирле күнекмәһе. Бында инде тән дә, йән дә ял итә, баш бөтә ауыр уйҙарҙан арына, күңелдә шундай һиллек, рәхәтлек барлыҡҡа килә. Быны әйтеп аңлатыу мөмкин түгел, мотлаҡ тойорға кәрәк.

Тағы бер кәңәш: махсус клубта, фитнес-үҙәктә инструктор менән шөғөлләнә башларға тырышығыҙ. Ул һеҙгә ниндәй күнекмә артынан нимә килеүен, уларҙы дөрөҫ башҡарыу алымдарын, йәрәхәтләнеү хәүефен булдырмау, йәғни йоганың бөтә файҙалы яҡтарын аңлатып, асып бирәсәк.

Фото: З. Манапованың шәхси альбомынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас