Күптән түгел Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта үткәрелгән халыҡ-ара ярыштарҙа Рәсәй йыйылма командаһы составында уйнаған 14 шашкасыбыҙ команда иҫәбендә еңеүсе тип танылды. Был хәл республикабыҙҙың донъяла халыҡ-ара шашка үҫеше төбәге икәнлеген йәнә бер тапҡыр раҫланы. Спортсыларыбыҙ араһында күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй, Европа, донъя чемпионы Әлиә ӘМИНОВА ла бар ине. Беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Әлиә, мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле шашка донъяһына нисек килеп эләгеүең тураһында һөйлә әле.
– Аллаһ Тәғәлә һәр кешене был донъяға үҙ булмышы, һәләте менән яралтҡан, тигән фекерҙәмен. Үҙемде белгәндән алып шашка уйнарға яратам. Уға һөйөү ғаиләмдән, олатайымдан килгәндер, тип уйлайым. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәхмүт Минегәрәй улы Ишмәтов әсәйемде был спорт төрө серҙәренә өйрәткән. Ул бигерәк тә "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған шашка, шахмат мәсьәләләрен сисергә яратҡан, әсәйемә матур комбинациялар сиселешен күрһәткән.
Хәтерләүемсә, тәүге шашкаларымды әсәйем алып ҡайтып бирҙе. Ул ваҡытта миңә алты йәш тирәһе булғандыр, моғайын. Тәүҙә атай-әсәйем менән уйнап ҡараным, унан инде күрше тирә-яҡ апай-ағайҙар, инәй-бабайҙар менән көс һынашҡаным иҫтә. Балалар баҡсаһында ла шашка уйнатып ҡаранылар, уйнаған өсөн йомшаҡ уйынсыҡ менән шашка таҡтаһы төшөрөлгән значок бүләк иттеләр. Ете йәшемдә, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернатына I класҡа уҡырға төшкәс, шашка уйыны менән яҡындан таныштым. Ул ваҡытта гимназиябыҙ директоры Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева, башланғыс кластар өсөн мотлаҡ рәүештә дәрестәр булдырып, шашка күнекмәләре өсөн айырым кабинет асып, йәш тренер, көслө спорт мастеры Александр Мельниковты йәлеп иткән булған. Шашка дәрестәрендә Александр Павлович барыбыҙҙы ла уйнатып ҡараны һәм мине күнекмәләргә саҡырып алды. Төштән һуң, дәрестәр тамамланыу менән түңәрәккә йөрөй башланым. Өлкәнерәк апайҙар һәм ағайҙар, параллель кластан Айнур Шәйбәков менән бергә шөғөлләндек.
– Бер мәл шөғөлөңдө ташлағаның түгелме?
– Шашканан тыш, йыр, бейеү түңәрәктәренә йөрөнөм, сәхнәләрҙә, район бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Шул конкурстар, каникулдар арҡаһында шашка күнекмәләрен бик йыш ҡалдыра башлағас, бер мәл бөтөнләй шөғөлләнмәҫ булдым. III класҡа уҡырға барған йылдың Белем көнөндә үткәрелгән линейкала йәйгеһен ярыштарға барып ҡайтҡан апайҙарҙы һәм ағайҙарҙы ҡотланылар, улар араһында үҙем гел еңеп йөрөгән иптәштәр ҙә бар ине. Был юлы дәрестәрҙән һуң тренерыма үҙем килдем. Александр Павлович: “Хәҙер еңһәң генә күнекмәләргә ҡалдырам”, – тине һәм үҙемдән өлкәнерәк ҡыҙҙар менән уйнарға ултыртып ҡуйҙы. Аллаға шөкөр, еңеүгә өлгәшеп, күнекмәләргә ҡабат йөрөй башланым. Шул көндән һуң уларҙы бер ҙә ҡалдырманым һәм шашканан айырылманым.
– Үҙең ҡатнашҡан беренсе ҙур ярышты хәтерләйһеңме?
- Ял тип тормай, йәкшәмбе көндө таңғы сәғәт 5-тә тороп, ауылдан иртәнге 6-лағы автобусҡа ултырып ҡалаға елдергәнемде әлегеләй хәтерләйем, сөнки шашка клубында ялдарҙа турнирҙар үткәрелә ине. Шул йылда ҡышын Ишембайҙа йәштәштәрем араһында Башҡортостан беренселегендә беренсе урын алғас, яҙын Ижевск ҡалаһында үткәрелгән Рәсәй беренселегенә ебәрҙеләр. Унан ике алтын, бер көмөш миҙалдар, кубок менән ҡайттым. Унда тәүҙә 10 тапҡыр донъя чемпионы Алексей Чижов менән тәүге уйнаным, яҙып алған партиям әле һаман һаҡлана. Тәүге ярышымдан “Мин дә үҫкәс донъя чемпионы булам” тигән уй менән ҡайттым.
Йәйгеһен халыҡ-ара кимәлендәге тәүге ярышым – Европа беренселегенә – Санкт-Петербург ҡалаһына юлландыҡ. Унда ла еңеү яулап, алтын миҙал тағып ҡайтып төштөк. Тренерымдың әсәйем менән атайыма ҙур кубогымды, әйберҙәремде тоттороп: "Европа чемпионын ҡаршы алығыҙ!" – тигәне иҫемдә. Ул ваҡытта донъя чемпионаттары тик ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр араһында үткәрелә ине. Александр Павлович артабан маҡсаттар ҡуйыу өсөн сәм биреп торҙо.
– Ә икенсе тренерҙың ҡул аҫтына нисек күстең?
-Тренерыбыҙ Өфөләге шашка клубының асылышына ла, Тамара Танһыҡҡужина менән Зоя Голубева, Александр Георгиев менән Алексей Чижов араһында Башҡортостаныбыҙҙа тәүге тапҡыр үткәрелгән донъя чемпионы матчтарына ла йөрөттө. Бер нисә йылдан ул Өфөлә яңы асылған шашка клубына эшкә күсеп китте, төпләнгәс беҙҙе лә саҡырҙы. Әммә уҡыусылары араһынан мин генә әсәйем менән атайым янында, Ишембайҙа ҡалдым.
Бер нисә ай гимназияла тренер булып ҡалған Ирек Салауат улы Ғәтиәтуллин күнекмәләренә йөрөгәндән һуң, Владимир Мильшин шашка клубына саҡырып алды. Ул ваҡытта Владимир Иванович һәләтле йәш шашка уйынсыларынан буласаҡ мастерҙар төркөмө йыйған булған һәм уның яңыса ойошторолған күнекмәләренә йөрөй башланым.
Бер көндө ғәҙәттәгесә күнекмәгә килеп ултырһам, берәү ҙә юҡ, үҙ аллы комбинациялар эшләй торғас, бер сәғәттәй ваҡыт үтеп киткән, тренерыма шылтыратһам, Владимир Иванович: "Бөгөн бит байрам, ял, килдеңме ни?” – тип, күнекмәгә килеп тә етте. “Былай булғас, килеп сығасаҡ”, – тип, ялдарҙа ла күнекмәләрҙе дауам иттек.
– “Рәсәйҙең спорт мастеры” тигән исемде нисә йәштә алдың?
- Тиҙ арала өлкәнерәк йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүҙәр килде, 15 йәшемдә Европа чемпионы булып, “Рәсәйҙең спорт мастеры” исеменә өлгәштем. Мәктәпте тамамлағас, Өфөгә уҡырға индем. Ҙур ҡалаға күсеп килгәс, Юрий Черток үҙ ҡанаты аҫтына алды, төрлө яҡлап ярҙам итте. Ул – әле лә кәңәшләшер кешебеҙ.
Юрий Владимирович – Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә тәүгеләрҙән булып шашка спортын профессиональ кимәлдә үҫтереүсе, халыҡ-ара кимәлдә лә абруйлы шәхес. Ул ҡатыны, ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Михайловна Танһыҡҡужина менән барыбыҙҙы ла, ҙур шашка ғаиләһеләй ҡабул итеп, тартып тора.
Юрий Владимирович етәкселегендә мин тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй, донъя чемпионкаһы булдым, Рәсәй гроссмейстеры кимәлен үтәнем, Рәсәй йыйылма командаһы менән күп тапҡыр Европа, донъя чемпионадары исеменә лайыҡ булдыҡ.
- Ә кемдәрҙән өлгө алаһың?
- Башҡортостан шашкасылары донъялағы иң көслө спортсылар икәне билдәле. Ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, 10 тапҡыр донъя чемпионы Александр Георгиев, күп тапҡыр донъя чемпиондары Елена Мильшина, Гүзәл Георгиева, Айгөл Иҙрисова, Муродулло Амриллаев, Айнур Шәйбәков, Марсель Шәрәфетдинов һәм башҡалар – уларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, Юрий Владимировичтың күп йылдар буйы шашка үҫешенә йүнәлткән хеҙмәтенең һөҙөмтәһе. Ул барыбыҙға ла өлгө булып тора.
Махсус хәрби операцияһы башланыу менән Халыҡ-ара шашка федерацияһы, беренселәрҙән булып, Рәсәй спортсыларына ярыштарға юлды япты. Профессиональ спортсылар өсөн был ғәҙәти булмаған сараларҙан, ысынлап та, маҡсаттарыңа өлгәшеү өмөтөн өҙөүе мөмкин ине, әммә шундай ваҡыттарҙа тап аҡыллы, рухи яҡтан көслө Юрий Владимирович өлгө булды. Ысынлап та, сабырлыҡтың төбө – һары алтын, тырышып яҡшылыҡҡа ынтылыу менән йәшәү мөһим.
Юрий Владимирович юғалып ҡала торған кешеләрҙән түгел, тиҙҙән Халыҡ-ара шашка ассоциацияһын булдырып, унлаған илдән иң көслө шашкасыларҙы йәлеп итеп, ШОС турнирҙарын ойошторҙо. Был күптәрҙә өмөт уятты, шашка спортының үҫешенә яңы һулыш бирҙе, йәнә дүрт йыл буйы көтөп алған донъя чемпионаттарында, донъя кубогы этаптарында ла ҡатнашып еңеүгә өлгәшеү бәхете тейҙе.
- Шашка уйынының кешегә файҙаһы ниндәй?
– Шашка уйыны, минеңсә, иң тәүҙә кешене белемгә ынтылыуға, сабырлыҡҡа, маҡсаттар ҡуйып уларға өлгәшергә өйрәтә. Шулай уҡ төрлө илдәр буйлап сәйәхәт итеү, кешеләр менән аралашыу, яңы асыштар бирә.
Шашка менән шөғөлләнә башлау бер ҡасан да һуң түгел, уның кешегә файҙалы булыуы күптән фәнни тикшеренеүҙәр менән асыҡланған. Шулай ҙа профессиональ кимәлдә шөғөлләнеү өсөн иртәрәк, бала саҡтан башлау мотлаҡ. Иң мөһиме эш күңелеңә ятырға тейеш тип уйлайым. Ә уй-хыялдарыма килгәндә, бала саҡтағы кеүек күп, төрлө яҡлап та үҫешергә тырышам.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Әлиә! Уңыштар теләйбеҙ!
Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште.
Фото: Әлиә Әминованың шәхси архивынан.
БЕЛЕШМӘ
Әлиә Мансур ҡыҙы Әминова 1992 йылдың 19 апрелендә Ишембай ҡалаһында тыуған. Спортсы, юрист. Шашка буйынса күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй, Европа, донъя чемпионы.
2010 йылда 2-се Башҡорт республика гимназия-интернатын "алтын" миҙалға тамамлағас, Өфөләге Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтына уҡырға ингән. Юғары уҡыу йортон 2015 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлап, шунда уҡ аспирантураға уҡырға инә. Уны 2020 йылда Ф.М. Раянов етәкселегендә диссертация яҙып уңышлы тамамлай. Әлеге ваҡытта шашка спорты менән шөғөлләнә. Тренеры – Ю.В. Черток.