

6 июндә Пензала Волга буйы федераль округының Закондар сығарыусылар советының 76-сы пленар ултырышы үтте. Төп темаларҙың береһе – күмәк спортты үҫтереү һәм спорт инфраструктураһының, фиджитал һәм корпоратив спорттың уңайлылығын арттырыу, дәрестән тыш ваҡытта мәктәп яны спорт инфраструктураһын һөҙөмтәле файҙаланыу һәм әүҙем оҙон ғүмер проекттарын тормошҡа ашырыу.
– Округ төбәктәрендәге һорау алыуҙар буйынса, спорт менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныу бар – беҙҙә халыҡтың 50-60 проценты спорт менән даими рәүештә шөғөлләнә. Һуңғы ваҡытта Волга буйы федераль округында граждандарҙы спорт ҡоролмалары менән тәьмин итеү кимәле күтәрелде. Хәҙер беҙ 70 процентҡа йүнәлеш алабыҙ (2030 йылға Рәсәйҙә өс йәштән 79 йәшкә тиклемге халыҡ даими спорт менән шөғөлләнергә тейеш). Был маҡсатты беҙҙең Президент Владимир Владимирович Путин ҡуйҙы. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар менән ҡәнәғәт булыу тураһында һүҙ йөрөткәндә, күрһәткес тә юғары – 63 проценттан ашыу, – тип билдәләне Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров.
Игорь Комаров шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылары өсөн спорт менән шөғөлләнеүгә тигеҙ инеүҙе тәьмин итеүгә айырым иғтибар бирелергә тейешлеген билдәләне. Волга буйы федераль округының күпселек төбәктәрендә граждандарҙың айырым категорияларына спорт объекттарына бушлай йәки 50 процент ташлама менән йөрөргә мөмкинлек биргән норматив акттар ғәмәлдә.
Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең шөғөлдәренә яраҡлаштырылған 5713 спорт ҡоролмаһы эшләй.
811 учреждениела, шул иҫәптән реабилитация үҙәктәрендә, инвалидтарҙың физкультура-спорт клубтарында, республиканың физкультура-спорт ойошмаларында 46 923 кеше адаптив физик культура һәм спорт менән шөғөлләнә. 6 449 кеше физкультура-спорт йүнәлешендәге 56 ойошмала адаптив спорт менән шөғөлләнә. Йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн 230-ҙан ашыу спорт сараһы, спорттың дүрт төрө буйынса комплекслы спартакиадалар, инвалидтар спорты декадалары үткәрелә. Республикала 16 паралимпия һәм сурдлимпия спорт дисциплинаһы үҫешә: еңел атлетика, йөҙөү, дзюдо, саңғы ярыштары, биатлон, фехтование, пауэрлифтинг, өҫтәл теннисы, коляскалы теннис, тау саңғыһы спорты, шахмат, бадминтон, бочча, велоспорт, пуля менән атыу.
Бөгөнгө көндә 43 ҡатнашыусы, ауыр яраланған, инвалид булып, адаптив спорт менән әүҙем шөғөлләнә, шуларҙың 31-е Адаптив спорт үҙәге базаһында. Ветерандар һәм ғәмәлдәге хәрбиҙәр араһында 10 спорт дисциплинаһы буйынса махсус хәрби оперция спорт командаһы ойошторола: пуля менән атыу, уҡ атыу, пауэрлифтинг, армрестлинг, өҫтәл теннисы, ултырып волейбол, саңғы ярыштары, биатлон, следж-хоккей һәм тау саңғыһы спорты.
Шулай уҡ 2025 йылдың мартында Рәсәй Спорт министрлығының координация советының бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән Башҡортостан Физик культура институты һәм Башҡортостан Республикаһының Адаптив спорт үҙәге базаһында “МХО ҡатнашыусыларының адаптив спорт менән шөғөлләнеүен комплекслы оҙатыу” федераль эксперименталь майҙансығы асылды.
Төбәк халыҡтың физик һәм психологик һаулығын күтәреүгә, адаптив спортты интеграциялауға һәм үҫеп килгән быуында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға йүнәлтелгән стратегияны эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, Башҡортостанда спорт менән шөғөлләнеүсе балалар һаны һуңғы дүрт йылда 38 меңгә артҡан. Бөгөн республикала өс йәштән 17 йәшкә тиклемге 726 меңдән ашыу бала спорт менән даими шөғөлләнә. Балалар спортын үҫтереүҙең төп маҡсаты – спорт резервы әҙерләү һәм бушлай нигеҙҙә спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Һуңғы биш йылда төбәктә 1400-ҙән ашыу спорт объекты төҙөлгән, шул иҫәптән Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге һәм Ишкәкле слалом өсөн комплекстар.
Фото: Волга буйы федераль округының матбуғат хеҙмәтенән.