

Бөгөн һәр кем тиерлек физик күнекмәләрҙең, спорттың кеше тормошонда мөһим урын биләүен, һаулыҡты нығытыуҙа кәрәклеген, әүҙем тормоштоң мөһим икәнлеген бик яҡшы аңлай. Юҡҡа ғына элек-электән “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” тип әйтмәгәндәр. Ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһе көндән-көн баҙыҡлана бара. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа республикала сәләмәт тормош алып барырға, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр һаны артҡандан-арта.
Бөгөнгө геройыбыҙ сығышы менән Йылайыр районының Матрай ауылынан, хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт һәм кеше институты физик тәрбиә һәм спорт кафедраһында өлкән уҡытыусыһы , рус лаптаһы буйынса спортты камиллаштырыу төркөмө тренер-уҡытыусыһы Фаил Алғушаев бала саҡтан әүҙем һәм сәләмәт тормош яҡлы.
Барыһы ла бала саҡтан башлана
Хәҙер спорттың ниндәй генә төрө юҡ! Ул ғына түгел, беҙҙә бына тигән спорт объекттары һәм майҙансыҡтары бихисап. Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанмай, барлыҡ көс-ғәйрәтте туплап, алға маҡсаттар ҡуйып кинәнеп шөғөллән генә! Мәҫәлән, рус лаптаһы ҙур популярлыҡ яулаған спорт төрҙәренең береһе һаналмаһа ла, республикабыҙҙа уның менән шөғөлләнеүселәр, хатта ил күләмендә призлы урын яулағандар байтаҡ. “Был үҙенсәлекле спорт төрө менән ҡасан мауыға башланығыҙ?” – тигән һорауға Фаил Нур улы: “Ҡасан физкультура, спортҡа ылыға башлауымды хәтерләмәйем, әммә бала саҡтан туп тибеү, рус лаптаһын уйнау иң яратҡан шөғөлдәремдең береһе ине”, – тип яуап бирҙе.
Әйткәндәй, рус лаптаһының төп маҡсаты – уйынсы юғарыға ырғытҡан тупты таяҡ (бита) менән ҡаршы яҡҡа булдыра алған тиклем алыҫҡараҡ һуғып, ҡаршы яҡҡа йүгерергә, ә ҡаршы яҡтар тупты тотоп йүгереүсегә тейҙерергә тейеш. Уңышлы йүгереп килгән өсөн командаға мәрәй өҫтәлә. Тейешле ваҡыт эсендә күберәк мәрәй йыйған команда еңеүсе була.
Үткән быуатта үҫешә башлай
Башҡортостанда был спорт төрө үткән быуаттың 30-сы йылдарында үҫешә һәм бигерәк тә мәктәп уҡыусылары араһында киң тарала. Өҫтәүенә был спорт төрө боронғо башҡорт халыҡ уйындарының береһе “Сәпәмә туп”ты хәтерләтә. Уның ҡағиҙәләренә ярашлы, һауанан осоп килгән тупты тиҙ генә тотоп алып, йән-фарман ҡасып барған “дошман”ға бәреп, уны “үлтереү” уйынсынан ҙур тәжрибә, отҡорлоҡ, физик йәһәттән ныҡлыҡ талап итә.
Шуныһы үҙенсәлекле: рус лаптаһының бер төрө булған мини-лаптала бишәр кешенән торған ике команда ҡатнаша. Уларҙың берәүһе һаҡлана, икенсеһе һөжүм итә. Хәйер, күп кенә гәзит уҡыусыларыбыҙ был уйын менән бала сағында мауыҡҡандыр, моғайын.
Фаил Нур улы Алғушаев иһә Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының спорт кафедраһына уҡырға ингәс, рус лаптаһы менән нығыраҡ шөғөлләнә башлай. Был спорт төрөнән тыш, бала саҡтан волейбол, футбол, баскетбол, еңел атлетика һәм йүгереү буйынса төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан, өлкән кластарҙа уҡығанда Йылайыр районы, төбәк ярыштарында көс һынаған, призлы урындарға лайыҡ булған.
Фаил Алғушаевтың беренсе тренеры – Йәмил Миҙхәт улы Мәғәсүмов. Ул Сибай институтында тренер-уҡытыусы була һәм үҙенең студенттарын сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтыра. “Уның ҡанаты аҫтында төрлө күнекмәләр үткәрҙек һәм Башҡортостан, Рәсәй ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулай инек, – тип хәтерләй хәҙер Фаил Нур улы. – 2002 йылда Воронежда Рәсәй чемпионатында икенсе урын яулау – иң тәүге ҙур еңеүҙәрҙең береһе. Ул ваҡытта был беҙҙең бәләкәй Сибай ҡалаһы өсөн оло уңыш ине”.
“Ниндәй һөнәр һайлаясағымды аңланым...”
Студент сағында ла Фаил Алғушаев төрлө спорт сараларында, шул иҫәптән Сибай институты өсөн дә, Сибай ҡалаһы өсөн дә ярыштарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Һөҙөмтәлә спорт менән мауығыуы уны Сибай ҡала хакимиәтенең йәштәр бүлегендә эшләүгә ҙур этәргес була. “Ошо ваҡытта киләсәктә ниндәй юл менән барасағымды, ниндәй һөнәр менән шөғөлләнәсәгемде ныҡлап аңланым, – ти Фаил Алғушаев. – Шуға күрә 2004 йылда институтты тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына эшкә килдем. Ул ваҡытта физик тәрбиә һәм спорт кафедраһы мөдире Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Рәсәйҙең юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Сәғит Төхбәт улы Аслаев ине. Уның ҡул аҫтында эшләй башланыҡ һәм әле лә бергә студенттарға белем бирәбеҙ, төрлө спорт сараларын ойошторабыҙ һәм ҡатнашабыҙ”.
Студентар ҙа, уҡытыусылар ҙа...
Әйткәндәй, Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолған факультеттар һәм институттар студенттары араһындағы спартакиада спорттың 13 төрө буйынса үткәрелә. Бынан тағы ҙурыраҡ кимәл – Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының спартакиадаһы. Унда студенттар үҙ көсөн спорттың 31 төрө буйынса һынай. Быйыл Өфө фән һәм технологиялар университеты был ярыштарҙа өсөнсө урын яуланы. Юғары уҡыу йорто уҡытыусылары ла ярыштарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша һәм әүҙем ҡатнаша. “Студенттар ял иткәндә, каникул ваҡытында беҙ, уҡытыусылар ҙа, төрлө спорт сараларында ҡатнашабыҙ һәм шахмат, теннис, волейбол, башҡа спорт төрҙәре буйынса үҙ көсөбөҙҙө һынайбыҙ”, – ти Фаил Алғушаев.
Йүгереү менән дә мауыға
Фаил Нур улы, рус лаптаһынан тыш, йүгереү менән дә мауыға. “Элек кәйефемә һәм ваҡытыма ҡарап йүгерә инем. Хәҙер, бер йылдан ашҡандыр, моғайын, системалы рәүештә ошо спорт төрө менән шөғөлләнәм, – тип һөйләне спортсы. – “Ни өсөн?” тип улайһығыҙмы? Үҙеңдең тормошоңа битараф ҡалмау, һаулығыңа төкөрөп ҡарамау өсөн, өҫтәүенә ғаиләң дә артыңдан тартыла һәм сәләмәт тормош алып бара. Донъяны үҙгәртергә тырышмағыҙ, үҙегеҙ үҙгәрегеҙ, тип тиккә әйтмәйҙәр икән. Ошо һүҙҙәр, ысынлап та, хаҡ. Кеше үҙен тәртиптә тота икән, Аллаһ Тәғәлә лә уға ярҙам итә, йәшәү өсөн көс бирә”.
Фаил Нур улының билдәләүенсә, йүгереүҙең кеше өсөн файҙаһы бик ҙур: ул кешенең һаулығына ыңғай йоғонто яһай, әммә ниндәйҙер спорт төрө менән шөғөлләнер алдынан табип менән кәңәшләшеү, сәләмәтлегеңде тикшертеү тураһында онотмағыҙ. Әйткәндәй, саф һауала йүгергәндән һуң һалҡынса һыу менән ҡойоноу тәнде сыныҡтыра, һөҙөмтәлә төрлө ауырыуҙарҙы ҡаршы тороу көсө арта. “Йүгереү, ғөмүмән, һәр спорт төрө кешенең физик һәм психик һаулығын нығытыу өсөн яҡшы, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыуға йоғонто яһай, баш мейеһе яҡшыраҡ эшләй башлай, кәйеф күтәренке була, стресҡа ҡаршы тороу көсө арта, тағы быуындарҙы нығыта, йоҡоно нормаға килтерергә ярҙам итә”, – ти әңгәмәсем.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.