Спорт һәм туризм
11 Июнь 2025, 09:30

Беҙҙекеләр Мәскәү өлкәһенән еңеп ҡайтты!

Рушан Хәсәновтың һәр уғы сәпкә тейҙе

Беҙҙекеләр Мәскәү өлкәһенән еңеп ҡайтты!Беҙҙекеләр Мәскәү өлкәһенән еңеп ҡайтты!
Беҙҙекеләр Мәскәү өлкәһенән еңеп ҡайтты!

5-8 июндә Мәскәү өлкәһенең Раменский районындағы “Каскад” ат спорты клубында һыбай килеш йәйәнән уҡ атыу буйынса Рәсәй кубогы уҙҙы. Был ярыш сентябрҙә үтәсәк ил чемпионатына йыйылма команда туплау маҡсатын да күҙ уңында тота.

Башҡортостан командаһы составында “Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге инструкторы Рушан Хәсәнов ҡатнашты. Ярыштар халыҡ-ара альянстың өс маршруты – Табла, Рейд, Башня – буйынса үтте. Беҙҙең команданың өс спортсыһы ла үҙ категорияларында, төрлө маршрут буйынса призлы урындар алды. Шул иҫәптән Рушан Хәсәнов Табла маршрутында беренселекте яуланы. Абсолют зачетта ул, урындағы команда составындағы еңеүсенән саҡ ҡына ҡалышып, икенсе урынға сыҡты. Шул уҡ ваҡытта Рушан уҡты сәпкә тейҙереү буйынса иң күп балл йыйҙы. Әммә бындай ярыштарҙа трассаны үтеүҙәге тиҙлек тә иҫәпкә алына.

Спортсы “Аҡбуҙат” ипподромы етәкселегенә рәхмәт белдерә.

Фото: "Аҡбуҙат" ипподромы.

Беҙҙекеләр Мәскәү өлкәһенән еңеп ҡайтты!
Беҙҙекеләр Мәскәү өлкәһенән еңеп ҡайтты!
Беҙҙекеләр Мәскәү өлкәһенән еңеп ҡайтты!
Беҙҙекеләр Мәскәү өлкәһенән еңеп ҡайтты!
Беҙҙекеләр Мәскәү өлкәһенән еңеп ҡайтты!
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас