Спорт һәм туризм
13 Июнь 2025, 16:30

Башҡортостан спортсылары һынатманы

Яҡшы һөҙөмтә менән ҡыуандырҙылар.  

Башҡортостан спортсылары һынатманыБашҡортостан спортсылары һынатманы
Башҡортостан спортсылары һынатманы

Мәскәү өлкәһендәге Истрин һыуһаҡлағысында традицион елкәнле регата үтте. Был ярыш “Рус диңгеҙ традицияһы клубы” ассоциацияһы тарафынан 2015 йылдан алып 11-се тапҡыр уҙғарыла.

Ул ваҡытта ассоциация энтузиастары 12 июндә йыйылып, суднолар араһында елкәнле ярышта үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтергә була. Регата тигән рәсми статусты 2021 йылдан алалар.

Быйыл “Ағиҙел”, “Ҡариҙел” ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары беҙҙең республика исемененән елкәнле регатала сығыш яһаны. Был ярыштар Рәсәй көнөнә арналды. Тыуған илгә, спортҡа һөйөү төрлө төбәк спортсыларын тупланы.

Һөҙөмтәлә “Адмирал Ушаков” исемендәге елкәнле ишеү клубының “Ағиҙел” ир-егеттәр командаһы 3-сө призлы урын яуланы.

Әйтергә кәрәк, бындай ярыштар яҡташтарҙы берләштерә, рухи яҡтан туплай, йәштәрҙә патриотизм тойғоһон үҫтерә.

Карина Бәҙретдинова.

Фото: Байназар Юламанов.

Башҡортостан спортсылары һынатманы
Башҡортостан спортсылары һынатманы
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас