

Балаҡатай районы пенсионерҙары “Башҡортостан ғүмер оҙайлығы.Туризм” проекты буйынса бер көнлөк турға сыҡты.Әүҙем туристар Башҡортостандың иң йәмле урындары – Благовещен һәм Нуриман райондары буйлап сәйәхәттә булып, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды.
Сәфәрҙең тәүге пункты – Успенский Изге Георгий ирҙәр монастыре. Бында сәйәхәтселәр рухиәт һулышы менән һуғарылған мөхиткә сумды, ҡеүәтле архитектура менән һоҡланыу кисерҙе, һауыттарына изге һыу тултырып алды.
Павловка ГЭСы панорамаһы ҡеүәте, ландшафтҡа яраҡлаштырылып төҙөлөүе , инженерлыҡ һәләтенең юғарылығы, кеше аҡылының бөйөклөгө, тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығы менән таң ҡалдырҙы.
“Красный ключ” паркында туристар үҙенсәлекле тәбиғәт объекты – донъялағы иң ҙур шишмәләрҙең береһе менән танышты. Ер аҫтынан урғылып сыҡҡан саф һыуҙың көслө ағымы ғәжәпләнеү ҙә, һоҡланыу ҙа тыуҙырҙы.
Сәйәхәт аҙағында экскурсияла ҡатнашыусылар Изге Троицк ҡатын-ҡыҙҙар монастыренда булып, тәбиғи балауыҙҙан һәм үләндәрҙән шәмдәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Ваҡиғаларға һәм тәьҫораттарға бай көн яңы белем, сағыу тойғолар өҫтәүҙән тыш, тыуған яҡтың хозурлығы менән танышырға һәм һоҡланырға мөмкинлек бирҙе. Сәфәрҙе Өфө ҡалаһының “1000 bus” туристик компанияһы ойошторҙо.
Фото: “Новый Белокатай” гәзите сайтынан.