

5 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районына эш сәфәре барышында реконструкциянан һуң сафҡа индерелгән “Спартак” стадионында булды.
1967 йылда асылған стадион Мәләүездә футбол яланы менән беренсе спорт ҡоролмаһы була. Бында футбол, еңел атлетика, мотоспорт, уҡтан атыу буйынса ярыштар, ҡаланың күмәк саралары үтә. Оҙаҡ йылдар объектты ремонтламайҙар, ә 2005 йылда уны ябалар. 2018 йылда стадионды реконструкциялау башлана, әммә подрядсылар алмашыныуы арҡаһында ул оҙаҡҡа һуҙыла.
2024 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эштәрҙе тамамларға ҡушты. Стадионда йылытыу, электр менән тәьмин итеү системалары, янғын сигнализацияһы алмаштырыла, плитә яңыртыла, футбол яланы үҙгәртелә, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары, йүгереү юлы булдырыла, трибуналар ҡуйыла.
Стадионға барған саҡта Радий Хәбиров 2014-2015 йылғы йәш спортсылар араһында футбол буйынса “Еңеү кубогы” муниципаль-ара ярыштарын ҡараны һәм Мәләүез халҡы менән аралашты. Башҡортостан Башлығы МХО ветераны Арыҫлан Кусков һәм ҡаланың Ветерандар советы рәйесе Юрий Кадыгроб менән районда спортҡа ярҙам итеүҙе тикшерҙе.
“Мәләүез” спорт үҫеше үҙәгенең волейбол буйынса тренеры Елена Волкова Радий Хәбировҡа “Ауыл тренеры” программаһы өсөн рәхмәт белдерҙе. Дәүләт ярҙамы арҡаһында ул ғаиләһе менән торлаҡ һатып алған.
– Был - атайсалыбыҙҙа артабан эшләү өсөн ҙур стимул, – тине Елена Волкова.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров 2025 йылда Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарында оҙайлы төҙөлөштәр иҫәбендә булған бассейнлы тағы ике спорт объектын төҙөүҙе тамамларға ниәтләүҙәрен билдәләне.
– Беҙ Мәләүез өсөн мөһим ҡарар ҡабул иттек, бында ябыҡ һырғалаҡ төҙөйәсәкбеҙ. Район хакимиәте проект әҙерләйәсәк, – тине ул.
Радий Хәбиров муниципалитеттың яҡшы үҫешеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Мин был ҡалала күп тапҡырҙар булдым, ул таҙа, йыйыштырылған. Уңайлы йәмәғәт урындары барлыҡҡа килә. Иҡтисад яҡшы эшләй, ҡала үҙе лә кешеләр өсөн яҡын, уңайлы була бара, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.