Спорт һәм туризм
7 Июль 2025, 11:20

Инвалидтар өсөн турслет үтә

Унда ил буйынса ҡатнашыусылар йыйыла.

Инвалидтар өсөн турслет үтәИнвалидтар өсөн турслет үтә
Инвалидтар өсөн турслет үтә

9-14 июлдә Салауат районында, Янғантау геопаркында терәк-хәрәкәт итеү аппараты боҙолған инвалидтар араһында “Йүрүҙән” тип исемләнгән 12-се Бөтә Рәсәй фестивале үтә.

12-се Туриадала 120 кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Башҡортостандан, Татарстандан, Пермь крайынан, Мурманск, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Санкт-Петербургтан 13 команда үҙ-ара ярыша. Беҙҙең төбәктән “Нур” күреү буйынса инвалидтарҙың спорт-реабилитация үҙәгенән, Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының республика ойошмаһынан, “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан (команда ағзалары хәрби бурыстарын үтәгәндә инвалид булып ҡалған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар) ҡатнашалар.

- 2025 йыл - Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Шуға ла беҙҙең фестивалгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы илдең башҡа төбәктәренән дә саҡырҙыҡ, - ти Рәсәйҙең инвалидтар спорт союзы президенты, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Флүр Нурлығаянов. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылды республикабыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан итте. “Йүрүҙән 2025” туриадаһы махсус хәрби операциялағыларға реабилитация үтергә ярҙам итер тип ышанабыҙ. Сөнки тәбиғәт һәм уникаль берҙәмлек мөхите үҙеңә һәм киләсәккә ышанысты арттыра. 

 Командалар ялан шарттарында йәшәйәсәк, палаткалар ҡороласаҡ, үҙҙәре ашарға бешерәсәк. Ярыштар һыуҙа ла, тауҙа ла үткәрелә. Бынан тыш, ҡатнашыусыларҙы тығыҙ мәҙәни программа көтә.

 12-се Туриаданы тантаналы асыу 11 июлдә 13:30 сәғәттә буласаҡ. Ҡатнашыусыларҙы федераль һәм төбәк власть органдары, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәре тәбрикләйәсәк.

 - Спорт туризмы буйынса фестиваль – үҙенсәлекле ваҡиға. Күп спортсыларыбыҙ уны йыл буйына көтөп ала. Бергәләп ауырлыҡтарҙы үткәреү, ыңғай эмоциялар менән уртаҡлашыу, берҙәмлек рухын нығытыу өсөн был мөһим. Туриаданың һәр ҡатнашыусыһы көс, батырлыҡ, ныҡышмалылыҡ өлгөһө. Бындай сараларҙың  беҙҙең төбәктә 20 йылдан ашыу үтеүе осраҡлы түгел. Һәм йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны арта бара, - тине Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе, республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Олег Ротов.

 Фестивалде  Рәсәйҙең инвалидтар спорт союзы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте ойоштора. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың Спорт министрлыҡтары, Рәсәйҙең спорт туризмы федерацияһы һәм башҡалар был сараны уҙғарыуҙа ярҙам күрһәтә.

 Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас