

Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттар киберспорт командаһы Counter-Strike 2 буйынса Рәсәй Чемпионатының плей-офф гран-финалында көмөш призер булды. Hesta (Саха Республикаһы, Яҡутстан) командаһынан Башҡортостан студенттары бер мәрәйгә генә ҡалышты.
- Ярышта егеттәребеҙ иҫ киткес һөҙөмтәләр күрһәтте - Бөтә Рәсәй киберспорт студенттар лигаһының көмөш, Милли студенттар киберспорт лигаһының алтын миҙалдарын яуланы. Ә хәҙер Рәсәй Чемпионатында көмөш миҙал да яуланыҡ, унда беҙ студенттар менән түгел, ә профессиональ клубтар менән ярыштыҡ. Быйылғы төп маҡсатыбыҙ - партнерҙар табыу һәм үҙебеҙгә лә профессиональ клуб булыу.
Бындай уңышлы сығыштан һуң Рәсәй һәм сит ил профессиональ командаларынан тәҡдимдәр килә башлар, тип ышанам, әммә беҙҙең хыял - киберспортсыларҙың үҙебеҙҙең республикала үҙҙәрен танытыу мөмкинлеге булһын. Ә киләсәктә Башҡортостанды БДБ илдәренең киберспорт нөктәһе итеү, - тине УУНиТ-тың Спорт программалауы, алгоритмик робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек һәм киберспорт үҙәге директоры Святослав Пегов. Республикабыҙ намыҫы өсөн Кирилл Логинов, Айҙар Золотухин, Роман Латипов, Тимур Ҡотошов, Антон Дураков сығыш яһаны. Улар вуз-ара кампустың ИТ-паркында урынлашҡан университеттың СПАРКС үҙәгендә Роман Кәшфуллин етәкселегендә шөғөлләнә.
-Ысынлап та, был миҙгелдә беҙҙең студенттар бик уңышлы сығыш яһай, һәм иң яҡшы спортсылар булараҡ пьедесталдан төшмәй. Республиканы ҙур ярыштарҙа лайыҡлы күрһәтеү төбәктә киберспортты үҫтереүгә етди ҡараш хаҡында һөйләй, һәм был йүнәлештәге эште дауам итергә ниәтләйбеҙ, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – БР-ҙың спорт министры Руслан Хәбибов.
Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/27079/