Спорт һәм туризм
10 Июль 2025, 13:30

Был ярыштар беҙҙә беренсе тапҡыр үткәрелә

Сарала Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан 300 йәш спортсы ҡатнаша.

Был ярыштар беҙҙә  беренсе тапҡыр үткәреләБыл ярыштар беҙҙә  беренсе тапҡыр үткәрелә
Был ярыштар беҙҙә беренсе тапҡыр үткәрелә

Өфөлә беренсе тапҡыр ишкәкле слалом буйынса Рәсәй беренселеге үткәрелә.

10 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Ишкәкле слалом федерацияһы президенты Сергей Папуш йәш үҫмерҙәр араһында ишкәкле слалом буйынса ил беренселеген һәм Бөтә Рәсәй “Рәсәй йәшлеге” ярыштарын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Башҡортостанда бындай ярыштар беренсе тапҡыр ойошторола. Рәсәйҙең 19 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан 300 йәш спортсы ҡатнаша.

Радий Хәбиров сәләмләү һүҙендә федерация етәкселегенә ярыштарҙы Өфөлә үткәреү ҡарары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм спортсыларға уңыш, еңеү теләне. Башҡортостан Башлығы 1 миллион һумлыҡ сертификаттарҙы Миәкә, Архангел һәм Мәләүез райондарынан “Ауыл тренеры” төбәк программаһы еңеүселәренә тапшырҙы.

Сергей Папуш Радий Хәбировҡа республикала был спорт төрөнә айырыуса иғтибар бүленгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул Рәсәй Ишкәкле слалом федерацияһының Попечителлек советы рәйесе, илдең сит ил эштәре министры Сергей Лавровтан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уның исеменән Башҡортостан Башлығына, комплексты төҙөүселәргә Рәхмәт грамоталарын тапшырҙы.

Радий Хәбиров һәм Сергей Папуш ярыштарҙа ҡатнашыусылар һәм уларҙың тренерҙары менән аралашты.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас