+20 °С
Болотло


16 июлдә Башҡортостанда ”Рәсәй туры” тип исемләнгән күп көнлөк велосипедтарҙа ярыштар башлана. Республикала ул икенсе тапҡыр үткәрелә. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 17 төбәгенән, шулай уҡ Беларустан һәм Ҡаҙағстандан 120-нән ашыу спортсының ҡатнашыуы көтөлә.
Сарала ҡатнашыусылрҙы Башҡортостан буйынса оҙонлоғо 389 километр тәшкил иткән маршрут көтә.
Еңеүселәрҙе 19 июлдә Өфөләге Еңеү паркында бүләкләйәсәктәр.
Сығанаҡ, фото: “Молодежная газета”.