Спорт һәм туризм
17 Июль 2025, 05:00

Килегеҙ, күрегеҙ!

Өфөлә “Рәсәй туры” халыҡ-ара велоуҙыштар үткәрелә

Килегеҙ, күрегеҙ!Килегеҙ, күрегеҙ!
Килегеҙ, күрегеҙ!

11 – 19 июлдә Башҡортостан һәм Удмуртия юлдары буйлап “Рәсәй туры” шоссела уҙыштар үткәрелә. Күп көнлөк ярыштарҙа Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Беларустың әйҙәүсе велосипедсылары ҡатнаша.

Ярыштарҙың һуңғы этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Өфөлә була. Маршрут Комаров, Беренсе Май урамдары буйлап  һәм “Биатлон” спорт комплексын урап үтә. Ярыштарҙың старты һәм финишы Еңеү паркында була. Ярыштар сәғәт 10-да башлана һәм 13 сәғәт тирәһендә тамамланыр, тип көтөлә.

Шуны иҫәпкә алырға кәрәк, сараны үткәргән көндә - 19 июлдә иртәнге 6-нан  15.00 сәғәткә тиклем - Комаров урамы буйлап “Биталон” урамына төнкән урындан “Нефтсе” станцияһына тиклем, шулай уҡ Еңеү паркынан Ҡулса урамына тиклем транспорт хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла.

12+

Сығанаҡ, фото: “Молодежная газета”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас