

Халҡыбыҙҙың “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” тигән әйтеме бөгөн дә көнүҙәк. Һәр кем тиерлек физик күнекмәләрҙең, спорттың кеше тормошонда мөһим урын биләүен, һаулыҡты нығытыуҙа кәрәклеген, әүҙем тормоштоң файҙалы яҡтарын бик яҡшы аңлай. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа республикала сәләмәт йәшәү рәүешен алып барырға, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр һаны артҡандан-арта. Был ғына түгел, төрлө тармаҡ вәкилдәре әүҙем, һау йәшәүҙе киң пропагандалау өсөн ошо юҫыҡтағы төрлө сараларҙы үткәрә. Күптән түгел Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы “Дуҫлыҡ-2025” слетының спорт этабын ойошторҙо.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға Рәсәйҙә өс йәштән 79 йәшкә тиклемге халыҡ даими спорт менән шөғөлләнергә тейеш, тигән маҡсатты ҡуйҙы. Башҡортостанда 2,317 миллион кеше даими рәүештә физкульутра һәм спорт менән шөғөлләнә. Был – республикалағы 3-тән 79 йәшкә тиклемге халыҡтың 62,03 проценты. 2023 йыл менән сағыштырғанда, 142 меңгә күберәк кеше сәләмәт тормош алып барыу юлын һайлаған.
Йыл һайын Башҡортостанда 15,5 мең физкультура һәм 800 меңдән күберәк кеше ҡатнашҡан саралар ойошторола. Улар – төрлө спартакиадалар, фестивалдәр, универсиадалар һәм төрлө тармаҡ вәкилдәре ҡатнашҡан саралар. Мәҫәлән, күптән түгел медицина хеҙмәткәрҙәре туристик слет ойошторҙо. Был матур сара спорт ярыштары менән үрелеп барҙы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендәге шихандарҙың береһе, Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең мөғжизәһе тип танылған Йөрәктау буйында үткәрелгән үҙенсәлекле ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың тауышынан тирә-йүн яңғырап торҙо. Беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү, спорт ориентиры, турист маршруттары, палаткалар ҡуйыу, Башҡортостан үләндәрен һәм емештәрен таныу, уларҙың сәләмәтлек өсөн файҙаһы тураһында яҡшы белеү кеүек ярыштар үткәрелде. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында айырым уҙғарылған бәйгеләр иһә һәр кемде сослоҡҡа, етеҙлеккә, әүҙемлеккә һәм ихтыяр көсөнә һынаны.
Көслө зат вәкилдәре Йөрәктау башына – 200 метр арауыҡҡа – күтәрелеүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Был йәһәттән Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһының перинаталь үҙәге етәксеһе Радик Латипов иң етеҙе һәм өлгөрө булып сыҡты. Ул был маршрутты 7 минут 27 секундта үтте! Икенсе урынға – “Толпар” шифаханаһынан Нәфиз Вафиев сыҡты (7:40), өсөнсө урынға Республика фтизио-пульмонология диспансерынан Геш Миа Тефред (8:49) лайыҡ булды.
Гүзәл зат вәкилдәре араһынан тау түбәһенә күтәрелеүҙә Республика фтизио-пульмонология диспансерынан Ольга Шуватоваға (15 минут) тиңдәр табылманы. Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһынан Гөлнара Солодкий – икенсе, Республика табип-физкультура диспансерынан Ильвира Ғәлиуллина өсөнсө булып финишҡа килде.
Аҡ халатлылар беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса ярыштарҙы бик етеҙ атҡарҙы. Ә бына совет палаткаһын тиҙ ҡуйыу буйынса ярыштар барыһына ла еңел бирелмәне, сөнки күптәрҙең уны быға тиклем уны ҡуйып-йыйып ҡарамағанлығы асыҡланды. Һөҙөмтәлә улар был йәһәттән тәжрибә тупланы.
Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре төрлө спорт сараларын даими үткәрә. Сираттағыһында ла улар йәнә бер тапҡыр үҙҙәренең берҙәмлеген, көсөн һәм әүҙемлеген күрһәтте. Йөрәктау буйында ойошторолған туристар слеты, спорт ярыштары хәтер төпкөлөндә бик матур ваҡиға булып һаҡланасаҡ.
Командалар араһында алдынғы урындарға лайыҡ булыусылар:
I урын – Стәрлетамаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының берләшкән командаһы;
II урын - Өфөләге 5-се ҡала клиник дауаханаһы (беренсе ҡатнашыуҙа уҡ еңеүгә өлгәштеләр!);
III урын – Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы;
IV урын – 9-сы үҙәк клиник дауаханаһы.
ФЕКЕР
Сарйән ҒӘФҮРЙӘНОВ, баш судья, Стәрлетамаҡ район хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе:
– Мин тотош Рәсәй буйынса күп кенә турист сараларында ҡатнашам, әммә беренсе тапҡыр ошондай күп кеше йыйылғанын һәм шундай берҙәмлекте күрәм. Был берҙәмлек һәм әүҙемлек башҡаларға ла ыңғай тәьҫир итмәй ҡалмай. Был, ысынлап та, дуҫлыҡ өлгөһө! Мине киләһе йылда ла саҡырырҙар, тип өмөт итәм. Ул ваҡытта әлеге кеүек 47 түгел, 147 команда сарала ҡатнашыр, тип ышанам, сөнки был слет һәр кемдә онотолмаҫ яҡты хәтирәләр ҡалдыра.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин (уртала) слет ваҡытында; Мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ булды ярыштар; Ярыштарҙың һәр этабы үҙенсәлекле ине; медицина хеҙмәткәре етеҙ, отҡор һәм сос булырға тейеш.
Фото: БР Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.