Спорт һәм туризм
25 Июль 2025, 15:15

Һүҙ спорт хаҡында барҙы

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткәрелгән матбуғат сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов республика спорты тураһында һөйләне.

Һүҙ спорт хаҡында барҙыҺүҙ спорт хаҡында барҙы
Һүҙ спорт хаҡында барҙы

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткәрелгән матбуғат сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов республика спорты тураһында һөйләне. Сарала шулай уҡ Башҡортостандағы “Динамо” йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Максим Чудов, “Өфө” футбол клубы генераль директоры Марат Шмаков, “Салауат Юлаев” хоккей клубы генераль лиректоры Ринат Бәшәров ҡатнашты.

– Башҡортостан спортсылары донъя, Европа ярыштарында, чемпионаттарында ҡатнаша. Спорттың милли төрҙәре буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙан ситләтелмәүебеҙ мөһим. Үҙебеҙҙең әләм менән сығыш яһайбыҙ, сөнки улар Халыҡ-ара Олимпия комитетына ҡарамай. Күсмә халыҡтар уйындарында командабыҙ лайыҡлы сығыш яһаны. Рәсәй өсөнсө урын яуланы. Киләһе йылда Ҡырғыҙстандағы ярыштарҙа ҡатнашасаҡбыҙ. Билбаулы көрәшселәр командаһы көслө. Уҡ атыусылары, һыбай ярышыуслар ярыштарға әҙерләнә, - тине Руслан Хәбибов.

1 сентябрҙән 12 ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер) майҙансығы асыла. Республикала 16 спорт объекты асыла. Тиҙҙән, 4 августа, Благовещенда физкультура-һауыҡтырыу комплексы асыла. Стәрлетамаҡта ла физкультура-һауыҡтырыу комплексының асылыуы көтөлә.

Республикала күмәк кеше ҡатнашҡан һәм балалар-үҫмерҙәр спорты үҫеше мәсьәләләре ҡаралды. “Салауат Юлаев” хоккей, “Динамо-Урал” волейбол, “Өфө” футбол, “Динамо” баскетбол һәм башҡа клубтарҙың һөнәри эшмәкәрлегенә иғтибар бүленде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Башҡортостан Республикаһы тарафынан финанслау йәһәтенән ярҙам ҙур, спорт инфраструктураһы үҫешә.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас