

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров баш ҡаланың “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында “На рахате” халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивалендә булды. Йыл һайын үткәрелгән сара һаулыҡты, туризмды һәм иң яҡшы тәжрибәләрҙе берләштерергә тейеш.
– Фестиваль, күп быуатлыҡ тарихында, Рәсәй территорияһында һәм унан ситтә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларын үҙ эсенә алған мунса мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған һәр кемде йәлеп итә. Бындай саралар ҡунаҡтарға һәм ҡатнашыусыларға был йүнәлештәге иң яҡшы тәжрибәләрҙе белергә генә түгел, ә сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡушылырға ла ярҙам итер, тип ышанам, – тип һөйләне Андрей Назаров.
Фестиваль майҙансыҡтарын ҡарау барышында республика министрҙар кабинеты етәксеһен Башҡортостан шифаханаларының ҡаҙаныштары, оҫта-һөнәрселәрҙең эштәре менән таныштырҙылар.
Андрей Назаров, шулай уҡ, илдең төрлө төбәктәренән сарала ҡатнашыусыларҙың стендтары, экспозициялары менән танышты. Быйыл сара Рәсәйҙең 10-дан ашыу субъекты вәкилдәрен берләштерҙе.
– Ҡатнашыусыларҙың шундай киң географияһын иҫәпкә алып, Өфө илдең мунса баш ҡалаһы тип аталыу хоҡуғына дәғүә итә.
Сара программаһының нисек киңәйеүен, фестивалдең популярлығы тағы ла көсәйеүен күрәбеҙ, тимәк, Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһында популярлығы ла һиҙелерлек артҡан, – тип өҫтәне Андрей Назаров.
Хәтерегеҙгә
төшөрәбеҙ, бынан алда “На рахате” халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестиваленең беренсе көнө сиктәрендә “Һаулыҡ һәм туризм” һауыҡтырыу практикалары форумы уҙғарылды. Эшлекле программаның беренсе өлөшө “Һаулыҡ” темаһына арналды. Сарала республиканың медицина һәм дауалау-һауыҡтырыу туризмының алдынғы тармаҡ эксперттары ҡатнашты. Шулай уҡ, фестиваль сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ихтыяждары өсөн мобиль мунса блогын тапшырыу тантанаһы үтте.
Фото: “На рахате” һаулыҡ һәм туризм фестиваленең матбуғат хеҙмәте.