Спорт һәм туризм
2 Август 2025, 10:30

Ярты быуатҡа яҡын спортҡа һөйөү тәрбиәләй

“Улар сәләмәт тормош яҡлы” конкурсында – Ишембайҙан Салауат Әхмәтгәрәй улы Мөхйәнов.

Ярты быуатҡа яҡын спортҡа һөйөү тәрбиәләйЯрты быуатҡа яҡын спортҡа һөйөү тәрбиәләй
Ярты быуатҡа яҡын спортҡа һөйөү тәрбиәләй

9 август – Физкультурниктар көнө – уңайынан төркөмөбөҙҙә “Улар сәләмәт тормош яҡлы” тигән конкурс иғлан иттек.

Һәр һөнәр эйәләре кеүек, физкультура уҡытыусыларының һәм тренерҙарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Улар Тыуған илебеҙ, Башҡортостаныбыҙ киләсәге булған йәш быуын вәкилдәрен тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Беҙҙең конкурста ҡатнашҡан замандаштарыбыҙҙың – һәр быуын вәкилдәренең - һәммәһе оло еңеүгә лайыҡ, әлбиттә. Шул йәһәттән, дуҫтар, “Башҡортостан” гәзите уҙғарған ошо бәйгелә үҙегеҙҙең остазығыҙ, райондашығыҙ, замандашығыҙ өсөн тауышығыҙҙы биреп, байрам көнөнә уларға еңеү бүләк итеү тап һеҙҙең ҡулдарға тапшырыла!

Конкурсыбыҙҙа ихлас ҡатнашҡан Салауат Әхмәтгәрәй улы Мөхйәнов – Ишембай районының Көҙән мәктәбендә физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы. Ошо мәктәпкә 48 йыл ғүмерен бағышлаған мәртәбәле уҡытыусы сығышы менән ошо уҡ райондың бай тарихлы, матур тәбиғәтле Маҡар ауылынан. 1977 йылда Күмертау физкультура техникумын тамамлаған йәш белгес кәләше Фирҙәүес Мөхәмәт ҡыҙы менән Көҙән мәктәбендә йүнәлтмә буйынса эш башлай. Йәш ғаилә Көҙән ауылында төпләнеп ҡала, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.

Салауат Әхмәтгәрәй улы ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия академияһын тамамлап, юғары белем дә ала.

Бар ғүмерен изге һөнәргә арнаған оло йөрәкле уҡытыусы бөгөн дә мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Уҡыусылары ла төрлө спорт буйынса ярыштарҙа һынатмай: төрлө спорт ярыштарында урындар яулай, мәктәп данын күтәрә. Уның фиҙакәр хеҙмәте етәкселек тарафынан да лайыҡлы баһаланып килә. Юғары категориялы уҡытыусы күп һанлы маҡтау грамоталары, дипломдар менән бүләкләнгән.

Ғүмерен йәш быуын вәкилдәрен – киләсәгебеҙҙе – тәрбиәләүгә бағышлаған Салауат Әхмәтгәрәй улы һәм башҡалар өсөн тауыш бирегеҙ, дуҫтар: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604

Өлкән остаздың етеп килгән һөнәри байрамы айҡанлы йылы теләктәрегеҙҙе юлларға онотмағыҙ. Беҙ ҙә Салауат Әхмәтгәрәй улына ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, яңы уңыштар, уҡыусыларының – тәрбиәләнеүселәренең – спорттағы ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ.

Фотолар: Салауат Әхмәтгәрәй улы Мөхйәновтың шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас