Спорт һәм туризм
3 Август 2025, 09:00

Балаларҙа ул илһөйәрлек тә тәрбиәләй

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙар араһында “Улар сәләмәт тормош яҡлы” тигән конкурста ҡатнашҡан Илназ Әмир улы Таһиров сығышы менән – Йылайыр районының Һабыр ауылынан

Балаларҙа ул илһөйәрлек тә тәрбиәләйБалаларҙа ул илһөйәрлек тә тәрбиәләй
Балаларҙа ул илһөйәрлек тә тәрбиәләй

9 августа Физкультурниктар көнө билдәләнә. Ошо матур дата айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙар араһында “Улар сәләмәт тормош яҡлы” тигән конкурс үткәрелә. Унда Илназ Әмир улы Таһиров та ҡатнаша.

Сығышы менән ул – Йылайыр районының Һабыр ауылынан. Илназ Әмир улының был һөнәрҙе һайлауында Илгиз Юнир улы Солтанғужиндың, Венер Тәлғәт улы Таһировтың һәм Юлай Яңыбай улы Ураҙғоловтың роле ҙур. Тап улар унда спортҡа һөйөү уятҡан.

2006-2010 йылдарҙа Илназ Таһиров Стәрлетамаҡ физик культура институтында белем ала. Бөгөн ул Иглин районының Иглин ауылында Данис Солтан улы Тикеев исемендәге 4-се мәктәптә директор урынбаҫары, Шайморатов класстары кураторы һәм физик культура уҡытыусыһы булып эшләй.

 Илназ Таһиров йәш быуын вәкилдәренең физик һәләттәрен үҫтереү менән бер рәттән, киләсәк быуында илһөйәрлек рухын да тәрбиәләй. Ғөмүмән, физкультура уҡытыусыларының йәш быуын вәкилдәрен көслө, рухлы, сәмле һәм маҡсатлы итеп үҫтереүендә роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Илназ Әмир улын етеп килгән һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ! Уның  һәм башҡа конкурста ҡатнашыусылар өсөн тауышығыҙҙы https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604 һылтанмаһы буйынса бирә алаһығыҙ.

Фотолар: Илназ Әмир улы Таһировтың шәхси альбомынан. 

 

 

 

Балаларҙа ул илһөйәрлек тә тәрбиәләй
Балаларҙа ул илһөйәрлек тә тәрбиәләй
Балаларҙа ул илһөйәрлек тә тәрбиәләй
Балаларҙа ул илһөйәрлек тә тәрбиәләй
Балаларҙа ул илһөйәрлек тә тәрбиәләй
Балаларҙа ул илһөйәрлек тә тәрбиәләй
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас