

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста бик әүҙем ҡатнашҡан сағыу спортсы, һәләтле тренер, шәп уҡытыусы, Башҡорт дәүләт медицина университетының физик культура кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, фармацевтика факультеты деканының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, спорт көрәше буйынса тренер, хәрби хәрәкәттәр ветераны, ғөмүмән, һәр йәһәттән һәләтле, әүҙем замандашыбыҙ Илнар Айрат улы Салауатов – сығышы менән данлыҡлы Бөрйән районының матур ауылдарының береһе булған Байназарҙан. Ул тыуған ауылындағы мәктәптә уҡып бөткәндән һуң Башҡорт дәүләт университеты Сибай филиалының тәбиғи-техник факультетын “Физик культура һәм спорт” белгеслеге буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Ул тағы Башҡорт дәүләт университеты тарих факультетында “Тарих” белгеслеге буйынса белем алған. Илнар Айрат улы Рәсәй Эске эштәр министрлығы контракты буйынса махсус тәғәйенләнешле отрядта хеҙмәт иткән, Өфөләге күп профилле колледжда физик тәрбиә етәксеһе булған. Әле Илнар Салауатов Башҡорт дәүләт медицина университетыныда эшләй. Ул – Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәй ярыштарында өс тапҡыр призер булған, күп тапҡыр Башҡортостандың милли көрәш буйынса чемпионы тип танылған. Ике йыл элек Илнар Салауатов аттарҙа көрәш буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы, ҡаты алышта ул Ҡырғыҙстан спортсыһынан ғына ҡалышты. Илнар Айрат улы – Башҡортостандың Аттарҙа көрәш федерацияһы рәйесе лә.
Илнар Салауатов ғаиләһе менән бергә Пермдә үткәрелгән Бөтә Рәсәй Х ҡышҡы ауыл спорт уйындарында еңеүсе тип танылды. Илебеҙҙең 44 төбәгенә 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан сарала бындай еңеүгә өлгәшеү – үҙе ҙур мәртәбә! Илнар Айрат улының ҡатыны Гөлфинә Әнүәр ҡыҙы, уларҙың ҡыҙҙары Илсиә, Ләйлә, улдары Илдан да сәләмәт тормош яҡлы.
2023 йылда Илнар Салауатов, туған Башҡорт дәүләт медицина университетының данын яҡлап, гир буйынса республика ярыштарында үҙ көсөн һынаны һәм 120 тапҡыр күтәрҙе! Был – 1-се өлкән разряд кимәле. Әйткәндәй, бынан өс йыл элек уның дүрт студенты Якутскиҙа үткәрелгән мас-рестлинг буйынса ярыштарҙа бронза миҙал яуланы. Илнар Айрат улы үҙе лә был чемпионатта йыйылма команданың тренеры булды. Уның көрәш буйынса тәрбиәләнеүселәре лә Башҡортостан вуздары беренселегендә һәм спартакиадаһында уңышлы сығыш яһай. Ул Башҡорт дәүләт медицина универсиптеты студенттары ҡатнашлығындағы ярыштарҙа судья булараҡ та уңышлы эшләй.
Илнар Айрат улының фиҙакәр хеҙмәте бихисап грамоталар, рәхмәт хаттары, премиялар менән билдәләнгән. Был наградаларҙың барыһы ла һәләтле тренер һәм остаз күңелендә яҡты эҙҙәр ҡалдырған. Улар барыһы ла тырышлыҡ, уңғанлыҡ, даимилыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ билдәһе. Илнар Салауатов 2019 йылда “Башҡортостан Республикаһының спорт буйынса иң яҡшы судья” тип танылған, “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре” тигән почет билдәһе менән бүләкләнгән, шулай уҡ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны өсөн төрлө миҙалдар менән наградланған.
Тормошон спорт, йәш быуын вәкилдәрен сәләмәт тормош алып барыуға арнаған Илнар Айрат улына етеп килгән һөнәри байрамы айҡанлы ныҡлы сәләмәтлек, барлыҡ уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын, ғаилә именлеге, яңы еңеүҙәр һәм рекордтар теләйбеҙ. Һеҙ ҙә, ҡәҙерле дуҫтар, Илнар Айрат улына үҙегеҙҙең күңел түренән сыҡҡан ихлас теләктәрегеҙҙе комментарийҙарҙа яҙырға һәм https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604 һылтанмаһы буйынса инеп тауыш бирергә онотмағыҙ.
Фотолар: Илнар Айрат улы Салауатовтың шәхси архивынан.