Спорт һәм туризм
6 Август 2025, 06:25

“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Улар сәләмәт тормош яҡлы” конкурсында ҡатнашҡан Заһир Әминев – сығышы менән Учалы районының Илсеғол ауылынан. Әсәһе менән атаһы бәләкәйҙән унда һәм кесе улдары Таһирҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләгән.

“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән

Заһир Әминев VII класҡа тиклем – Мулдаҡай урта мәктәбендә, артабан Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алған. Әсәһе Зөлфиә Әсғәт ҡыҙы менән атаһы Рәмил Рафиҡ улы Әминевтәр бәләкәйҙән унда һәм кесе улдары Таһирҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләгән.

 – Тотош ғаиләбеҙ спорт менән дуҫ. Атайым менән уның бер туған ҡустыһы – ағайым Камил да бала саҡтан йүгереү, саңғы шыуыу менән мауыҡҡан, Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алғанда ла яратҡан шөғөлөн ташламаған,  – тип һөйләне Заһир Рәмил улы. – Ағайым төрлө марафондарҙа ҡатнашҡанда мине лә үҙе менән ала ине. Шулай итеп, уның 42 километр арауыҡҡа йүгереүен күреп, белеп үҫтек. Һөҙөмтәлә үҙем дә бәләкәйҙән марафонда ҡатнашыу тураһында хыяллана башланым. Был хаҡта  хатта “Йәншишмә” гәзитендәге бер мәҡәләлә яҙылып сыҡҡайны. Унда “Мин спорт мастеры” тигән исемде алам” тигән һүҙҙәр ҙә бар. Әле был гәзит инәйемдә (Учалы яҡтарында әсәйгә шулай тип өндәшәләр. – А.Н.) һаҡлана.

Өфөләге Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән бик ихлас, алсаҡ педагог-спортсы, спорт менән мауығыуҙан тыш, Заһир ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән, бейеү, театр түңәрәктәрендә шөғөлләнгән, яҡшы уҡыған. Ул хатта “Йөрәк һүҙе” проектында ҡатнашҡан, “Беренсе республика” фильмында төшкән. Заһир режиссер Рөстәм Шәйхетдиновтың “Хәйбулла” фильмында ла бер ролдә уйнаған. Һәләтле кеше һәр йәһәттән оҫта инде, шуға күрә юғалып ҡалмай.

2018 йылда Сочи ҡалаһында ойошторолған, тотош Рәсәй йүгеректәре ҡатнашҡан сарала милли ҡамсат бүрек кейгән яҡташыбыҙ икенсе урынды яулай, артабан ошо уҡ йылда Ҡалмығстанда уҙғарылған марафонда беренсе урынға сыға.  

– Һөҙөмтәлә милли баш кейеме, башҡорт әләмен тотоп йүгерергә ғәҙәтләндем. Шуға күрә “Йүгерек башҡорт” тип атай башланылар, – ти Заһир Әминев. – Үҙемә лә башҡорт спорты тураһында һөйләү, башҡаларҙы халҡыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән таныштырыу, йәштәрҙе сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү, спорт ҡаҙаныштарына өлгәшеүгә өндәү оҡшай. Шуныһы һөйөнөслө: республикабыҙҙа көслө атлеттар күп.

Һәр кис, эштән һуң Заһир Әминев яратҡан шөғөлө йүгереү өсөн ваҡыт табырға тырыша.  Ҡатыны Камилә лә иренең был уй-ниәтен хуплай. Әйткәндәй, тап ул Заһирға “Суперниндзя” проектында ҡатнашырға тәҡдим иткән. Ҡыҙҙары Мәликә  – Өфөләге  М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияһы уҡыусыһы, уға ла йүгереү оҡшай. Кем белә, бәлки, унан да киләсәктә шәп спортсы сығыр.

Заһир Әминев етәкселегендәге “Йүгерек башҡорт” ойошмаһына килгәндә, егеттәр үҙҙәренең футболкаһын да булдырған. Уның  дизайнеры – Арыҫлан Бикбаев. Ул, Азамат Хәйбуллин, Айнур Шаһыбалов һәм башҡалар йүгерергә ярата.

– Был ғәмәлгә яйлап күнегергә кәрәк. Әгәр йүгергәндә тын алыу ауыр икән, атлауға күсеү яҡшыраҡ. Дөйөм алғанда, йүгереүҙең зыяны юҡ. Теләге булған һәр кем был спорт төрө менән шөғөлләнә ала,  – тип ошо спорт төрөнөң серҙәре менән уртаҡлашты Заһир Әминев.

Белеүебеҙсә, марафон 42 километр тәшкил итә. Заһир Рәмил улының шәхси рекорды – 2 сәғәт тә 36 минут. Әйткәндәй, ир-егеттәр араһындағы донъя рекордын иһә Кения спортсыһы Келвин Киптум ҡуйған. Ул 2023 йылдың 8  октябрендә Чикаго марафонында 42 километр арауыҡты 2:00:35 сәғәт ваҡытта үткән.

Заһир Әминев өсөн спорт – тормоштоң үҙе, тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Ул йәйен – йүгерергә, ҡышын саңғыла йөрөргә ғәҙәтләнгән. Мәктәптә лә, юғары уҡыу йортонда ла, эштә лә был ғәмәлдәр уның йәшәү рәүешенә әйләнгән. Яратҡан эшенең булыуы, тәжрибә уртаҡлаша алыуы, башҡаларҙы ла үҙ өлгөһөнә эйәртеүе уның барлыҡ булмышын  ҡылыҡһырлай.

Конкурста ҡатнашҡан Заһир Рәмил улы һәм башҡалар өсөн тауыш бирергә, һөнәри байрамдары айҡанлы изге теләктәрегеҙҙе юлларға онотмағыҙ:https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604 

Фотолар: Заһир Әминевтең шәхси архивынан, Айрат Нурмөхәмәтов.

 

“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
“Йүгерек башҡорт” фильмда ла төшкән
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас