

Августың икенсе шәмбеһендә Физкультурниктар көнө билдәләнә. Был һөнәри байрам Советтар Союзы осорондағы кеүек, Рәсәйҙә лә августың икенсе шәмбеһендә үткәрелә. Байрам үткән быуатта, 1939 йылда, спортсылар, спорт тренерҙары, физкультура уҡытыусылары һәм шөғөлләнеүселәр хөрмәтенә барлыҡҡа килгән.
Физкультурниктар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” төркөмөндә “Улар сәләмәт тормош яҡлы” тип аталған конкурс ойошторҙо.
Һәр бәйгенең еңеүсеһе була. https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604
Беҙҙең конкурста 1-се урынды Иглин районының Иглин ауылындағы Данис Тикеев исемендәге 4-се мәктәп директоры урынбаҫары, Шайморатов кластары кураторы һәм физик культура уҡытыусыһы Илназ Әмир улы Таһиров яуланы.
2-се урынға Башҡортостан дәүләт медицина университетының физик культура кафедраһы өлкән уҡытыусыһы, фармацевтика факультеты деканының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, спорт көрәше буйынса тренер, хәрби хәрәкәттәр ветераны Илнар Айрат улы Салауатов сыҡты.
3-сө урында - Асҡындағы 2-се урта мәктәптә физкультура уҡытыусыһы, тренер булып эшләгән Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтов.
Уларға “Башҡортостан” гәзитенең дипломы тапшырыласаҡ һәм улар хаҡында гәзит битендә мәҡәлә донъя күрәсәк. Еңеүселәрҙән бер аҙға ғына артта ҡалған, әммә баштан уҡ алдынғы урындарҙа барған Ҡариҙел балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тәжрибәле тренеры Алмас Мансур улы Әхмәтғәлиевкә гәзитебеҙҙең Рәхмәт хатын тапшырырға тигән ҡарарға килдек. Конкурста ҡатнашҡан дуҫтарыбыҙҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Эштәрегеҙ уң булһын!
Тормошон спорт менән бәйләгән, йәш быуын вәкилдәрен һәм башҡаларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәгән физкультура уҡытыусыларын, тренерҙарҙы, спортсыларҙы һәм башҡаларҙы етеп килгән Физкультурниктар көнө менән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, яңы еңеүҙәр һәм һәләтле тәрбиәләнеүселәренең күп булыуын теләйбеҙ. Именлектә эшләргә һәм йәшәргә яҙһын!
Нәсих Хәлисов коллажы.