

Милли көрәш – яратҡан спорт төрҙәребеҙҙең береһе, һәр һабантуй биҙәге. Унда хатта беҙҙең тарихи үткәндәребеҙ сағыла һәм киләсәккә юл билдәләнә кеүек.
Халҡыбыҙ элек-электән көрәшселәргә хөрмәт менән ҡараған. Әле лә шулай, сөнки улар милли спорт төрөбөҙҙөң данын сит ҡитғаларға тарата. Башҡорт көрәшсеһе, "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Артур Зөлҡәрнәев – тап шундайҙарҙан. Ул Пермдә үткәрелгән Бөтә Рәсәй һабантуйында көрәштә күтәреп һелтәү буйынса рекорд ҡуйҙы: бер минутта ул дәғүәсеһен 25 тапҡыр һелтәне.
Милли көрәшебеҙ данын күтәргән Артур Зөлҡәрнәев сығышы менән – Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылынан. Ул – донъя чемпионы, Рәсәйҙең спорт буйынса мастеры. Артурҙың атаһы Валерий Зөлҡәрнәев тә көрәшсе, ағаһы Вадим да ошо спорт төрө буйынса Рәсәй чемпионы. Атаһы мәктәптә көрәш буйынса секция алып барған.
“Бер ваҡыт, ул саҡта мин бәләкәй инем әле, Нефтеюганскиҙа йәшәгән ике туған ағайыбыҙ беҙҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Себер яҡтарында ла йыл һайын һабантуй үткәрелә бит инде. Вадим ағайымды көрәш буйынса ярышта ҡатнаштырырға булдылар. Бына беҙ - һабантуйҙа. Балалар араһында ла көрәш буйынса ярыш бара. Шунда, бар әле көрәшеп ҡара, тип ағайымдар мине лә сығарҙы. Ул ваҡытта бер тапҡыр ҙа күнекмәлә булып ҡарамаған инем әле. Минән дә бәләкәйерәк бер урыҫ малайы тотто ла атып бәрҙе, бик ғәрләндем. Ҡайтҡас, көрәшкә йөрөргә хәл иттем", - тип һөйләгән ине Артур Зөлҡәрнәев.
Артур 3-сө класта уҡығанында милли көрәш менән мауыға башлай. 2012 йылда балалар араһында Бразилияла үткән Донъя беренселегендә I урын ала һәм донъя чемпионы исемен яулай. Хәҙер инде Артур Зөлҡәрнәев – тотош донъяға билдәле көрәшсе. Ә бының өсөн спортсыға әллә күпме күнекмәләр үткәрергә һәм тырышырға кәрәк булған. Тағы еңеү серенең береһе – түҙемлек һәм тағы бер тапҡыр түҙемлек. Көслө характер һәм алдыңа маҡсаттар ҡуйып уларҙы бойомға ашырыу. Әйткәндәй, ул Башҡорт дәүләт университетының физика-математика институтында бакалавриаттан һуң Башҡортостан дәүләт аграр университетының агротехнология һәм урман хужалығы факультетында магистратура тамамлаған.
Күп кенә спортсылар чемпион исемен яҡлауға ҡарағанда, уны һаҡлау күпкә ауырыраҡ, тип белдерә. Ә Артур Зөлҡәрнәев чемпион исемен яҡлап ҡына ҡалмай, даими рәүештә раҫлай ҙа! Уның төрлө ярыштарға ныҡлап, ентекләп әҙерләнеүенә шаһитбыҙ. Бынан ике йыл элек тә Өфөләге Ленин исемендәге майҙанда Өфө хакимиәте кубогына көрәш буйынса асыҡ турнирҙа тотош республиканан 100 көрәшсе араһынан Өфөнән Артур Зөлҡәрнәев абсолют еңеүсе булды.
Еңеүсегә һарыҡ һәм төп бүләк - автомобиль тапшырылды.
Әле ул – Борайҙағы физкультура-һауыҡтырыу комплексында тренер. Ошондай донъя чемпионының тренер булыуы – бала өсөн үҙе ҙур мәртәбә һәм бына тигән яҡшы миҫал. Уның тәрбиәләнеүселәре араһынан күптәр остазының данлы юлынан үтер – төрлө ярыштарҙа бернселек яулар, тигән ышаныстабыҙ.
Беҙ Артур Валерий улы Зөлҡәрнәевте етеп килгән Физкультурниктар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет, барлыҡ уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын, беҙҙе еңеүҙәре менә ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ. Ә һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604 һылтанмаһы буйынса инеп Артур Валерий улы өсөн тауыш бирергә һәм “Улар сәләмәт тормош яҡлы” конкурсында ихлас ҡатнашҡан физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙар өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ.
Фотолар: Артур Валерий улы Зөлҡәрнәевтең шәхси архивынан.