

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә ҡатнашҡан Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтов бала сағынанан физкультура уҡытыусыһы булып эшләргә хыялланған. Бәләкәйҙән ул еңел атлетика менән шөғөлләнгән, саңғы шыуған һәм төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡан. “Барыһы ла спортсы була алмай, әммә бөтәһе лә спорт менән шөғөлләнергә тейеш”, - тип Фәрдүс Зөлфәт улы. Үҙенең дә физкультура уҡытыусыһы булып эшләүенә өс тиҫтәнән ашыу йыл үткән. Ул Асҡындағы 2-се урта мәктәптә уҡыта.
Фәрдүс Әхмәтов үҙенең мәктәптә физкультура уҡытыусылары булған Фәрит Рәхимйән улы Ғәниевте, Марсель Ғәлишан улы Сәлимгәрәевте ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.
Фәрдүс Зөлфәт улы мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Унда белем алғанда һәм артабан әрме хеҙмәтендә, башҡа урындарҙа эшләгәндә - һәр ерҙә - Фәрдүс Әхмәтов өсөн сәләмәт тормош алып барыу иң беренсе урында була. “Спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеү иң башта уҡыусыларҙың үҙҙәренә кәрәк. Һәр уҡыусыға дәрескә ҡыҙыҡһыныуын юғалмаһын һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшһен өсөн айырым ҡараш зарур. Нимә менән шөғөлләнәһең, шуны ысын күңелдән башҡарырға кәрә”, - ти Фәрдүс Зөлфәт улы.
Уҡыусылары үҙҙәренең ғәҙел уҡытыусыһын хөрмәт итә. Өҫтәүенә уның дәрестәре бик мауыҡтырғыс үтә. Зөлфәт Әхмәтов уҡытыусы-тренер ҙа: ул грек-рим көрәше, билбаулы көрәш буйынса секцияларҙы алып бара.
Һәләтле уҡытыусы һәр ваҡыт үҙе өҫтөндә эшләй, яңы маҡсаттарҙы ҡуя һәм уларҙы бойомға ашырырға ынтыла. Өҫтәүенә ғаиләһе лә уның – ныҡлы ҡәлғәһе. Ҡатыны Нәфисә Миңлемөхәммәт ҡыҙы һәм балалары, ейәндәре Фәрдүс Зөлфәт улының барлыҡ башланғыстарын хупларға, терәк булырға тырыша.
Фәрдүс Зөлфәт улының фиҙакәр хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәне маҡтаулы хеҙмәткәр” тигән мәртәбәле исем менән баһаланған. Фәрдүс Әхмәт улы өсөн https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604 һылтанмаһы буйынса инеп тауыш бирергә онотмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар.
Фотолар: Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтовтың шәхси архивынан.