

Бөгөн – Физкультурниктар көнө. Был сәләмәтлек байрамы спортсыларҙы, тренерҙарҙы, физкультура уҡытыусыларын ғына түгел, ә сәләмәт тормош алып барыусыларҙың һәм спортты пропагандалаусыларҙың барыһын да берләштерә.
Бөгөн спорттың, сәләмәт тормош алып барыуҙың йәшәйешебеҙҙең ҡәҙемге күренешкә әүерелеүе һөйөндөрә. Ул кешеләргә һаулыҡ, матурлыҡ, ыңғай хис-тойғолар бүләк итә, холоҡто сыныҡтыра, тормош ауырлыҡтарын еңергә ярҙам итә. Был көндө физкультура уҡытыусылары, тренерҙар, спорт менән бәйле замандаштарыбыҙҙың барыһы ла йылы һүҙҙәргә лайыҡ, сөнки улар тотош республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең имен киләсәген хәстәрләй.
Һеҙ фотоһүрәттәрҙә күргән физкультура уҡытыусыһы Нәжип Бәҙретдин улы Исмәғилевтең тормошо спорт менән бәйле. Ул – Федоровка районының Бала Сытырман урта мәктәбенең юғары категориялы физкультура уҡытыусыһы.
Нәжип Бәҙретдин улы – Рәсәй дөйөм мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Ул уҡыусыларға милли көрәш, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса күнекмәләр үткәрә. Улар ҙа үҙ сиратында остазын уңыштары менән һөйөндөрә.
Нәжип Бәҙретдин улына һәм республикалағы барлыҡ спорт менән бәйле замандаштарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйбеҙ. Уңышлы старттар, яңы ҡаҙаныштар,
яңы еңеүҙәр юлдаш булһын!
Фотолар: Нәжип Бәҙретдин улы Исмәғилевтең шәхси архивынан.