Спорт һәм туризм
9 Август 2025, 14:00

Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...

Арабыҙҙа шундай кешеләр бар: улар ябай, ғәҙәти, баҫалҡы, тормош һынауҙарын да улар лайыҡлы үтә белә һәм үҙҙәренең йәшәү рәүеше менән башҡаларға өлгө булып ҡала. Хәйбулла районынан Гөлнар Насибулла ҡыҙы Мөхәмәтйәрова - тап шундайҙарҙан.   

Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...
Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...

“Спорт – сәләмәт тормош алып барыу нигеҙе”, – ти замандашыбыҙ, сығышы менән Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы ҡыҙы Гөлнар Мөхәмәтйәрова. Уның тыуған районындағы Атингән мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләүенә ике тиҫтә йылға яҡын  ваҡыт үткән инде. “Хәҙер тап ошо һөнәр буйынса эшләүемә һис үкенмәйем. Балалар менән эшләүе – үҙе ҙур бәхет”, – ти әңгәмәсем.

Спортҡа һөйөүҙең бала саҡтан тәрбиәләнгәнлеге тураһында Гөлнар Насибулла ҡыҙы бик яҡшы белә. Ул үҙе лә, тиҫтерҙәре кеүек, саф һауала төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп – ҡышын саңғыла елдәй елдереп, йәйен йылғыр балыҡтай һыу инеп, елдән шәберәк йүгереп, оҙонлоҡҡа һикереп һәм башҡа спорт төрҙәренә ылығып буй еткергән. Ҡыҙ  тыуған ауылындағы мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия колледжында һәм институтында белем алған, һуңынан йүнәлтмә буйынса Атингән мәктәбенә башланғыс кластарҙа физик тәрбиә буйынса уҡытыусы булып эшкә төшкән. Ире Руслан Ғәлим улы ла ошо белем усағында V – XI кластар уҡыусыларына физкультуранан уҡытҡан. Тик, балалар һанының кәмеүе сәбәпле, уға яратҡан эшенән китергә тура килгән.

- Шулай итеп, мин, иремдең юлын дауам итеп, физкультура уҡытыусыһы булып киттем һәм ситтән тороп белемемде ошо өлкәлә камиллаштырҙым, ҡулыма диплом алдым, – тип һөйләне Гөлнар Мөхәмәтйәрова. –  Хәҙер физкультура дәрестәре бик оҡшай миңә. Уҡыусыларым да бик шәп, әүҙем һәм дәртле! Төрлө спорт сараларында ихлас ҡатнашабыҙ һәм призлы урындар яулайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә ҡышҡыһын саңғыла сәйәхәт итәбеҙ, яҙын-көҙөн велосипедта йөрөйбөҙ, эстафета һәм башҡа ярыштарҙы үткәрәбеҙ. Көндәр йылыныу менән балалар урамда футбол уйнай башлай.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Атингәндәге спорт залынан йәше лә, олоһо ла өҙөлмәй, хатта күрше ауылдарҙан да киләләр.

– Махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған кейәүем Динар Байрас улы Билаловтың яҡты иҫтәлегенә ике йыл рәттән саңғы ярыштарын үткәрҙек,  – тине Гөлнар Насибулла ҡыҙы. 

Яҙмыш елдәренә бирешмәгән, төрлө һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтә белгән, һәр саҡ алға ынтылған, үҙенең йәшәү рәүеше менән өлгө булған физкультура уҡытыусыһының ғаиләһе лә спорт менән дуҫ. Ире Руслан Ғәлим улы үҙе бала сағынан сәләмәт тормош яҡлы. Ҡыҙҙары Гөлсирень төрлө спорт төрҙәрен ярата һәм ярыштарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Улдары Илнар Өфөләге Р. Ғарипов исемендәге 1-се

Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алған ваҡытында ГТО (“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” комплексы) нормативтарын алтын билдәгә тапшырған. Хатта хәҙер бәләкәс кенә Ленар ҙа, ғәзиз яҡындарына ҡарап, спорт ярата – йүгерә, һикерә һәм туп уйнарға ярата. Үҙе саңғыла шыуырға, велосипедта йөрөргә һәм йүгерергә әүәҫ өләсәһенә һәм яҡындарына ҡарап сәләмәт тормош алып барыуҙы аңлап үҫә бала.

- Үҙ эшеңде яратһаң, тормошоңдо һайлаған һөнәреңә бағышлаһаң, уҡыусылар күңеленә юл таба белһәң, эшең дә уң бара, һөҙөмтәләр ҙә күренә, – ти Гөлнар Мөхәмәтйәрова.

Гөлнар Насибулла ҡыҙын һөнәри байрамы - Физкультурниктар көнө менән ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, яңынан-яңы уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.

Фотолар: Гөлнар Мөхәмәтйәрованың шәхси архивынан.

 

Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...
Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...
Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...
Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...
Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...
Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...
Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...
Яҙмыш елдәре уны ныҡ һынай...
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас