Спорт һәм туризм
20 Август 2025, 16:15

14 ветеран республика өсөн ярыша

Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында “Ватан һаҡсылары кубогы” төбәк-ара ярыштары башланды.

14 ветеран республика өсөн ярыша14 ветеран республика өсөн ярыша
14 ветеран республика өсөн ярыша

Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында “Ватан һаҡсылары кубогы” төбәк-ара ярыштары башланды.

Турнирҙа Волга буйы федераль округындағы 14 төбәктән 140 тирәһе ветеран ҡатнаша. Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 14 ветеран Ватан һаҡсылары кубогына көрәште башланы. Кубокка ярыштарҙы асыуҙа Рәсәй спорт министры Михаил Дегтярев, Рәсәй оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды рәйесе Анна Цивилева ҡатнашты.

“Рәсәйҙең Оборона министрлығы ил төбәктәрендә “Ватан һаҡсылары кубогы”н үткәреүҙе тулыһынса хуплай. Был яҡшы йолаға әүерелде. Яугирҙәр өсөн был тормошта яңы этап башлау, ышаныслы иптәштәр табыу һәм спортты реабилитациялауҙың һөҙөмтәле сараһы булараҡ асыу мөмкинлеге лә”, - тине илдең спорт министры.

Пуля атыу, уҡ атыу, пауэрлифтинг һәм ултырған килеш волейбол уйнау буйынса ярыштар була. Быйыл ярыштарға бысаҡты спорт ташлауы һәм күреү һәләте боҙолғандарға ике дисциплина - өҫтәл теннисы (шоудаун), пауэрлифтинг өҫтәлгән.

“Ватанды һаҡлаусылар” төбәк фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм республика вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалдары вәкилдәре менән үткәрелгән семинар-кәңәшмәлә сығыш яһаны. Улар семинарҙа ҡатнашыусыларҙы ветерандарҙы спорт булышлығында адаптациялау менән таныштырҙы. Был тәжрибә күрше төбәктәрҙәге коллегалар тарафынан юғары баһаланды. Гөлнур Ҡолһарина һөйләүенсә, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 150-нән ашыу ветеран спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп ителгән.

Дзержинскиҙа беренсе ярыштар үткәрелгән. Республиканың йыйылма командаһы ултырған килеш волейбол уйнау буйынса ярыштарҙа старт матчын үткәргән. Команда составында – ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса “Ватан һаҡсылары кубогы” еңеүселәре Олег Мөфтәхетдинов һәм Артем Мөхәррәмов. Илеш районынан Рубен Хәсәнов, Бөрө районынан Лев Зәйнетдинов, Балаҡатай районынан Максим Корлыханов - республика исеменән барлығы 14 ветеран ҡатнаша.

Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас