

Асҡын районының өлкән быуын кешеләре “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм.” проектында ҡатнашып, республиканың баш ҡалаһы Өфөгә сәйәхәт ҡылды. Ҡунаҡсыл ҡала туристарҙы йылы ҡаршыланы.
Өлкәндәр “Бишбармаҡ” милли кухня оҫтаханаһында булып, милли аҙыҡ – талҡан әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Рәхәтләнеп сәй эстеләр, ҡымыҙҙан ауыҙ иттеләр, башҡорттарҙың йола һәм традициялары менән таныштылар. Яңы мәғлүмәттәр, тарих менән танышыу мауыҡтырғыс булды.
Өфөнөң тарихи үҙәге буйлап экскурсияла булыу сәйәхәтселәрҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, төбәктең тарихын тәрәнерәк белергә ярҙам итте, яңы ҡыҙыҡлы сәфәрҙәргә ынтылыш тыуҙырҙы был әһәмиәтле проект.
Фото: “Аскинская новь” гәзите.