Спорт һәм туризм
8 Сентябрь 2025, 09:00

Журналистың яҡты иҫтәлегенә турнир үткәрелә

Республикала Башҡортостандың атҡаҙанған журналисы Вилдан Ғәлиндың яҡты иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса һөйәрмәндәр турниры үткәрелә

Журналистың яҡты иҫтәлегенә турнир үткәреләЖурналистың яҡты иҫтәлегенә турнир үткәрелә
Журналистың яҡты иҫтәлегенә турнир үткәрелә

Киң мәғлүмәт саралары журналистары командалары араһында үткәреләсәк ярыштар 20 сентябрҙә Вилдан Ғәлиндың тыуған ауылында – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында – ойошторола. Турнир иртәнге сәғәт 10-да башлана.

Белеүебеҙсә, былтыр сентябрҙә Вилдан Ғәлиндың ғүмере өҙөлдө. Уға 45 йәш ине. Вилдан Нурғәли улы башҡорт журналистикаһында яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ул һөнәренә 24 йыл ғүмерен бағышланы. Асыҡ, изге күңелле һәм намыҫлы булды. Вилдан Нурғәли улы бер нисә быуын хәбәрселәрен, телевидение һәм радио дикторҙарын тәрбиәләне. 


 2001 йылда Вилдан Ғәлин Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм студент йылдарынан уҡ радиотапшырыуҙар өлкәһендә эшләй. "Юлдаш" радиоканалын ойоштороуҙа ҡатнаша, уны тулыландырыу, радиотапшырыуҙар ойоштороу һәм етештереү, яңылыҡтар сығарыуҙарҙы версткалау менән шөғөлләнә. 2003 йылда Вилдан Нурғәли улы “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһы филиалының телевидение студияһына эшкә күсә. Хәбәрсенән алып мәғлүмәт тапшырыуҙары хеҙмәте мөхәрриренә тиклем юл үтә. 2004 – 2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте һәм Хөкүмәте журналистары пулында эшләй. Ул төрлө темаларға – сәйәсәт, социаль мәсьәләләр, һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт, ауыл хужалығы, спорт һәм мәҙәниәт темаларына йөҙләгән видео сюжет төшөрә һәм эфирға сығара. 
 
2011 йылда Вилдан Нурғәли улы телевидение студияһының социаль-иҡтисади программалар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ул билдәле телепроекттарҙы ойоштороусы, авторҙашы һәм алып барыусыһы була һәм айырыуса мөһим саралар үткәрелгән урындарҙан тура трансляциялар алып бара.  2014 йылда Вилдан Нурғәли улы “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул иртәнге тура эфирҙың башҡорт телендәге линейкаһын тулыһынса үҙгәртте. 2015 йылда Вилдан Нурғәли улы етәкселегендә “Рәсәй 1−Башҡортостан” телеканалында яңы күләмле проект тормошҡа ашырыла башланы − 12 майҙа башҡорт телендә “Хәбәрҙәр” төбәк яңылыҡтарының тәүге сығарылышы эфирға сыҡты. Уның инициативалылығы, ныҡышмалылығы, "Хәбәрҙәр" редакцияһы менән грамоталы идара итеүе һөҙөмтәһендә төбәк яңылыҡтар сығарылыштары Башҡортостан Республикаһында юғары рейтингта торҙо. 2018 йылда Вилдан Нурғәли улы “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы филиалы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. 


Вилдан Нурғәли улы Ғәлиндың хеҙмәт исемлегендә бик күп наградалар, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары бар. Ул Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы журналистар Союзы ағзаһы булды.  2023 йылда Вилдан Ғәлин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
  

6+

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас