Спорт һәм туризм
10 Сентябрь 2025, 16:15

Радий Хәбиров киберспортсылар менән осрашты

10 сентябрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттар кибер спорт командаһы ағзалары менән осрашты. Иғтибар үҙәгендә – төбәктә компьютер спортын үҫтереү.

Радий Хәбиров киберспортсылар менән осраштыРадий Хәбиров киберспортсылар менән осрашты
Радий Хәбиров киберспортсылар менән осрашты

10 сентябрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттар кибер спорт командаһы ағзалары менән осрашты. Иғтибар үҙәгендә – төбәктә компьютер спортын үҫтереү.

Университет командаһы илдәге иң көслөләрҙең береһе иҫәпләнә. 2024/2025 уҡыу миҙгелендә улар ҙур уңышҡа өлгәште – компьютер спорты буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе урынды яуланы, Студент киберспорты милли лигаһы һәм Евразия фәнни-мәғариф үҙәге турниры еңеүселәре булды.

Команда менеджеры, университеттың спорт программалаштырыуы, алгоритмик робот техникаһы, кибер хәүефһеҙлек һәм киберспорт үҙәге директоры Святослав Пегов  Рәсәй чемпионатының ярым финалына сыҡҡан берҙән-бер студент коллективы булыуы тураһында һөйләне. Осрашыуҙа клуб үҫешенең һәм уйынсыларҙы төбәктә ҡалдырыуҙың киләсәгенә айырым иғтибар бирелде.

“Команданың иң көслө һөнәри коллектив булып тупланыуы мөһим”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас