Спорт һәм туризм
19 Сентябрь 2025, 14:30

Боксерҙар көс һынаша

“Мелбет IBA.PRO 9” бокс турнирында ҡатнашыусыларҙың ауырлығын үлсәү сараһы була. 

Боксерҙар көс һынашаБоксерҙар көс һынаша
Боксерҙар көс һынаша

25 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә “Арт-Квадрат" мәҙәни үҙәгендә “Мелбет IBA.PRO 9” бокс турнирында ҡатнашыусыларҙың ауырлығын үлсәү сараһы уҙғарыла. Кисәләге төп алыштарҙың береһе – Артур Собханҡолов (9-0) менән Тигран Узлян (12-1) араһында. Улар еңел ауырлыҡта WBA Continental билбауы өсөн алыша.

Спортсыларҙың ауырлығын үлсәү - бокс турниры алдынан үткәрелә торған төп сара, ул боксерҙарҙың алдағы алыштарға әҙерлеген күрһәтә. Был йола һәр ваҡыт бокс һөйөүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә, спортсыларҙы яҡындан күрергә һәм алыштар алдынан була торған мөхитте тойорға мөмкинлек бирә.

Сараға инеү - ирекле. “Арт-Квадрат”ҡа Чернышевский урамы яғынан инергә кәрәк, тип хәбәр итә ойоштороусылар.

Фото: ойоштороусыларҙан.

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас