Спорт һәм туризм
22 Сентябрь 2025, 08:30

“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”

20 сентябрҙә киң мәғлүмәт саралары журналистары командалары араһында үткәрелгән волейбол буйынса турнир Вилдан Ғәлиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланды һәм уның тыуған ауылында – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында – ойошторолдо.

“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”

20 сентябрҙә киң мәғлүмәт саралары журналистары командалары араһында үткәрелгән волейбол буйынса турнир Вилдан Ғәлиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланды һәм уның тыуған яғында – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында – ойошторолдо.

Былтыр сентябрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вилдан Ғәлиндың ғүмере өҙөлдө. Уға 45 йәш ине. Вилдан Нурғәли улы башҡорт журналистикаһында яҡты эҙ ҡалдырҙы: ул һөнәренә 24 йыл ғүмерен бағышланы. Асыҡ, изге күңелле һәм намыҫлы булған Вилдан Нурғәли улы бер нисә быуын хәбәрселәрен, телевидение һәм радио дикторҙарын тәрбиәләне. 

Журналистың туған мәктәбенә – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенә –Башҡортостандың атҡаҙанған  матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вилдан Ғәлиндең исеме биреләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов Вилдан Нурғәли улының яҡты иҫтәлегенә арналған волейбол турнирын асыу тантанаһында белдерҙе, тип хәбәр итте “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы. Турнир асыу тантанаһынан һуң сарала ҡатнашыусылар Вилдан Ғәлиндең ҡәберенә сәскәләр һалды.

Турнир Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең спорт залында үткәрелде. Беренсе тапҡыр уҙғарылған ярышта республикабыҙҙың гәзит һәм журналдары, телевидение һәм радио хәбәрселәре, Хөкүмәт ағзалары, Ишембай районы хакимиәте, урындағы мәктәп уҡытыусылары, коллегабыҙҙың туғандары командалары көс һынашты. Турнир маҡсаты Уйылдан Ғәлин иҫтәлеген мәңгеләштереү булды. Был тәҡдим Ишембай районы хакимиәте тарафынан ыңғай ҡабул ителде. Хәҙер ярышты йыл да уҙғарыу ҡарала.

Турнирҙы Башҡортостандың  Журналистар союзы, “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы, Ишембай ҡала хакимиәте, урындағы спорт идаралығы, Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл хакимиәте һәм башҡалар ойошторҙо. Был үҙенсәлекле турнирҙа Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе командаһы еңеүсе булды. “Беҙ бөгөн уны арабыҙҙа тойҙоҡ”,  – тип белдерҙе сарала ҡатнашыуслар.

 

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: турнирҙан күренештәр.

 Гөлнәзирә Мәҡсүтова фотолары. 

 

“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
“Беҙ уны арабыҙҙа тойҙоҡ...”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас