Спорт һәм туризм
22 Сентябрь 2025, 15:30

Әүҙем үҫешкән тармаҡ

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең «Физик культураны һәм спортты үҫтереү» комплекслы дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты.

Әүҙем үҫешкән тармаҡӘүҙем үҫешкән тармаҡ
Әүҙем үҫешкән тармаҡ

22 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең «Физик культураны һәм спортты үҫтереү» комплекслы дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты.

Уны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе. Фекер алышыуҙың төп темаһы – физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән кешеләрҙең өлөшөн арттырыу өсөн күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге. Комиссияның төп бурыстары – бөтә спорт өлкәһен комплекслы үҫтереү буйынса тупланма позициялар булдырыу һәм булған ресурстарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған милли маҡсаттарға өлгәшеү өсөн һөҙөмтәле эшләү өсөн берләштереү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

 –  Дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу мониторингы ил Хөкүмәте рәйесе Михаил Владимирович Мишустиндың оператив кәңәшмәләрендә даими ҡарала. Бөгөн «Физик культураны һәм спортты үҫтереү» дәүләт программаһын үтәү кимәле 99 проценттан ашыу тәшкил итә. Унда бөтә сығанаҡтар, шул иҫәптән төбәк, федераль бюджеттар һәм шәхси инвестициялар тупланған. Шуны билдәләп үтәм: был - илебеҙҙең һаулығына инвестициялар. Төбәк башҡарма власть органдары етәкселәренең физкультура һәм спорт өлкәһендәге эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн Спорт министрлығы тейешле рейтинг әҙерләй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Чернышенко.

Рейтингтың төп критерийҙары – халыҡтың физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн булдырылған шарттар менән ҡәнәғәтлек кимәле, физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәрҙең өлөшө, спорт объекттары менән тәьмин ителеү кимәле, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу, Рәсәй Президентының йөкләмәләрен үтәү, һанлы сервистар менән эштең һөҙөмтәлелеге, ваҡытында спорт объекттарын төҙөү һәм башҡалар. Спорт министры, Рәсәй Олимпия комитеты рәйесе Михаил Дегтярев хәбәр итеүенсә, 2025 йылда «Физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү» федераль проекты сиктәрендә 36 капиталь төҙөлөш объектын сафҡа индереү планлаштырыла. Өҫтәмә рәүештә капиталь булмаған объекттар төҙөүгә 7,4 миллиард һум күләмендә субсидиялар бирелде.

Радий Хәбиров үҙенең сығышында Башҡортостанда 2,3 миллион кешенең физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүен билдәләне. Был күрһәткес 2019 йылда 45,2 проценттан 2024 йылда 62 процентҡа тиклем артҡан. Был критерий буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй.

– Һуңғы дүрт йылда спорт тармағын финанслау күләме ике тапҡырға тиерлек артҡан: 5,2 миллиардтан 9,6 миллиард һумға тиклем. Спорт ҡоролмаларын төҙөү темптары һәм уларҙың һаны буйынса беҙ илдә лидерҙар иҫәбенә инәбеҙ. Шуныһы мөһим, беҙ был өлкәлә эшләүселәргә әүҙем ярҙам итәбеҙ. «Ауыл тренеры» республика проектын тормошҡа ашырыу осоронда 207 педагог ярҙам алды. Уҙған йылдан «Ҡала тренеры» проектын тормошҡа ашырабыҙ. Беҙ һәр муниципалитетта үҫешкән спорт инфраструктураһы булдырылыуын теләйбеҙ. Бының өсөн физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, ябыҡ боҙ һырғалаҡтары, стадиондар, спорт майҙансыҡтары төҙөйбөҙ.

«Бизнес-спринт (мин спортты һайлайым)» федераль проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 3,8 миллиард һумлыҡ алты проектты тормошҡа ашырабыҙ, шуларҙың 2,1 миллиарды – инвесторҙар аҡсаһы. Өс спорт объекты сафҡа индерелгән, ҡалғандары 2026 йылда төҙөлөп бөтәсәк һәм асыласаҡ, – тине Башҡортостан Башлығы.

Ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко халыҡты физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү буйынса Башҡортостан тәжрибәһен юғары баһаланы. Ултырышҡа йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров, Башҡортостанда спорт инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне.

 – 2019 йылдан физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе республика халҡының өлөшө 17 процентҡа артҡан. Был бик яҡшы күрһәткес, –  тине төбәк етәксеһе. – Был һандар үҫһен өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булырға тейеш. Тренерҙарҙың эшләүе, спорт объекттарын төҙөү дауам итеүе мөһим. Беҙ был йүнәлештә Федераль Хөкүмәт һәм Рәсәй Спорт министрлығы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Фото: glavarb.ru

 

 

 

 

Әүҙем үҫешкән тармаҡ
Әүҙем үҫешкән тармаҡ
Әүҙем үҫешкән тармаҡ
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас