

Башҡортостан – туристар ағымы артҡан төбәктәр исемлегенә инә. Республикабыҙҙа былтыр туристар һаны 2,3 миллион берәмектән ашыу булған. Төбәктең туризм инфраструктураһы үҫеше иҫәбенә артабан да позитив динамиканы дауам итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һумға яҡын федераль аҡса йүнәлтелгән.
Туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн республика уңайлы мөмкинлектәр булдыра. Республика Башлығы инвестиция сәғәттәре барышында шәхси рәүештә проекттарҙы ҡарай, уларға ярҙам итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.
Туризм үҫеше – төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәттәр күрһәтеү кеүек барлыҡ тармаҡтарға булышлыҡ итә. Инфраструктураның һәм туризм хеҙмәттәренең сифатын күтәреү аҡсаның төбәккә килеүенә лә йоғонто яһай.
Башҡортостанда 600-ҙән ашыу ҡунаҡханалар һәм шифаханалар, 120 – глэмпинг эшләй.
Ғаилә бизнесын асыу һәм үҫтереү өсөн грант ярҙамы биреп, туризм өлкәһендәге 54 инвестиция проектына финанс дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Туристар ағымының йыллыҡ үҫеше 20-25 процент тәшкил итә, маҡсат – йыл һайын 3 миллионға яҡын туристы йәлеп итеү.
Туризмды үҫтереүгә дәүләт тос ярҙам күрһәтә.
Быны айырым миҫалдар аша ла күрергә мөмкин. Мәҫәлән, Белорет районының Сосновка ауылы эргәһендәге “Катрина” глэмпигы дәүләт ярҙамын тойған. Кудряшевтарҙың ғаилә бизнесы уңышлы үҫешә.
-2023 йылда Башҡортостан ҡаҙнаһынан модулле капиталь булмаған конструкциялар төҙөүгә субсидия бирелде. Субсидия ярҙамы менән беҙ өс яңы йорт төҙөнөк. Был беҙҙең өсөн һиҙелерлек файҙа булды, – тип һөйләне Кудряшевтар.
Әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә глэмпингыла барығы биш йорт иҫәпләнә. Уларҙың Ағиҙел буйында урынлашыуы ла туристарҙы йәлеп итә. Барлыҡ йорттарҙа ла уңайлыҡтар булдырылған. Душ, бәҙрәф, аш-һыу бүлмәһе, мангал зонаһы – барыһы ла ҡунаҡтарҙың уңайлылығын хәстәрләп эшләнгән. Мунса, беседкалар булыуы ла туристар өсөн мөһим. Теләгәндәр дартс, башҡа спорт уйындары уйнай, өлкәндәр өсөн гамак, бәүелгестәр ҙә ҡоролған. Бәләкәстәргә балалар майҙансыҡтары яһалған. Ҡышҡы ваҡытта ҡаргиҙәрҙә үҙенсәлекле урындаға барыу мөмкинлеге бар.
Күмертау ҡалаһында урынлашҡан “Елки-палки” глэмпингын да туристар күптән үҙ иткән, улар ҙа дәүләт ярҙамынан файҙаланып өлгөргән.
–Глэмпингты булдырыу идеяһы 2021 йылда барлыҡҡа килде, 2023 йылда уны тормошҡа ашыра башланыҡ. Шул уҡ йылда грант алыуға конкурста ҡатнаштыҡ һәм хуплау таптыҡ. Ике йыл ошо йүнәлештә эшләйбеҙ һәм глэмпингы ҡунаҡтарының артыуы күҙәтелә, – тине “Елки-палки” глэмпингының хужаһы Вәсил Әхмәтов.
Республикабыҙҙа туризм тармағының үҫеше республикабыҙ халҡына һәм ситтән килгән ҡунаҡтарға Башҡортостандың күркәм тәбиғәтен танытыу йәһәтенән дә булышлыҡ итә. “Һәр муниципалитетта ҡаланың йәки райондың туризм яғынан ылыҡтырыу көсөнә эйә булған уникаль саралары булыуы мөһим”, – тигәйне былтыр республика Башлығы үҙенең сығышында.
Башҡортостанда уның етәксеһе булараҡ эш башлағанда Радий Хәбиров эске туризм үҫеше менән бәйле хәлде критик тип баһаланы. Проблеманы ул тейешле инфраструктура бумауы менән бәйләне. Радий Фәрит улы ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн грант һәм субсидиялар, һалым ташламалары системаһын булдырырға ҡарар ителә.
Пандемия ваҡытында, әле махсус хәрби операция мәлендә киҫкен һорауҙарҙы хәл итеүгә финанслауҙа ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, туризм йүнәлеше өҫтөнлөклө булып ҡала.
Радий Хәбиров ярҙамы менән булдырылған “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге”, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары Башҡортостанда туризм үҫешенә ҙур йоғонто яһай.
Радий Хәбиров , Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Геопарктар үҫеше өсөн беҙ нигеҙ булдырҙыҡ. Үҙҙәренә тартып тороусы был яңы нөктәләр республикабыҙҙа йәшәүселәр һәм ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн кәрәкле. Туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға бизнесты ла йәлеп итеү мөһим, шул иҫәптән сит илдәрҙән дә. Был иһә урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындарын барлыҡҡа китерергә лә булышлыҡ итәсәк. Иң мөһиме , был эш тирә-яҡ мөхитте, археология һәйкәлдәрен, милли йолаларҙы һаҡлауға йүнәлтелгән.(2021 йылдағы сығышынан).
ФЕКЕР
Светлана Верещагина, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры:
– Дәүләт ярҙамы Башҡортостан биләмәһендәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Шуның һөҙөмтәһендә яңы инфраструктура объекттары һәм туристик хеҙмәттәр булдырыла, эске һәм тышҡы туризм үҫешә. Был иһә туризм ағымының артыуына ла ыңғай йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә, халыҡ-ара аренала ылыҡтырғыс туризм йүнәлеше булараҡ төбәктең имиджы нығына.
2025 йылда туризм үҫешенә 231,6 миллион һум күләмендә дәүләт аҡсаһын йәлеп итеү ҡаралған. Бюджет аҡсаһын пляждарҙы ҡороуға, туризм ҡормалдары алыуға, саралар уҙғарыуға һәм ҡала үҙәгенең туризм кодын проектлауға, шулай уҡ “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” республиканың автомобиль туристик маршруты янында капиталь булмаған туризм инфраструктураһы объекттарын булдырыуға йүнәлтелә.
Фото: “Катрина” глэмпингы архивынан.