

10 октябрҙә баш ҡалалағы Көрәш һарайында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Спорт һәм физик культура үҫеше мәсьәләләре буйынса совет ултырышы була. Был сара йыл һайын министрлыҡтарҙы, ведомстволарҙы, йәмәғәт берекмәләрен, Рәсәйҙең әйҙәүсе спортсыларын, тренерҙарын берләштерә.
Совет ултырышында Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Гуров, Рәсәй сенаторы, Рәсәй Геройы, спорт көрәше буйынса өс тапҡыр чемпион
Александр Карелин, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы рәйесе Михаил Мамиашвили; Pathway глобального альянсы (Chairperson Pathway Global Alliance, Һиндостан) директоры Кашьяп Варун һәм башҡа маҡтаулы ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Көн үҙәгендә объекттарҙы, ҡоролмаларҙы күтәреү, спортсыларға, тренерҙарға ярҙам итеү, төрлө ярыштарҙы үткәреү һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала.
Сығанаҡ: БР Спорт министрлығы.