Спорт һәм туризм
2 Октябрь 2025, 14:30

Стәрлетамаҡтағы сара мауыҡтырғыс булмаҡсы

Был масштаблы мәҙәни-иҡтисади сара тотош республиканан һөнәрселәрҙе, дизайнерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы һәм ижади командаларҙы берләштерә.

Стәрлетамаҡтағы сара мауыҡтырғыс булмаҡсыСтәрлетамаҡтағы сара мауыҡтырғыс булмаҡсы
Стәрлетамаҡтағы сара мауыҡтырғыс булмаҡсы

Бөтә Рәсәй “Туристик сувенир” конкурсының төбәк этабы Башҡортостанда үткәрелә.

2 – 4 октябрҙә Стәрлетамаҡтың Ҡала мәҙәниәт һарайында Бөтә Рәсәй “Туристик сувенир” конкурсының төбәк этабы Башҡортостанда ойошторола.

Был масштаблы мәҙәни-иҡтисади сара тотош республиканан һөнәрселәрҙе, дизайнерҙарҙы, эшҡыуарҙарҙы һәм ижади командаларҙы берләштерә. Төбәк этабында еңеү яулаусылар Санкт-Петербургта үткәрелгән федераль этапта ҡатнаша.

Эксперт советы конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәрен баһалаясаҡ.

Сығанаҡ, фото: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас