Спорт һәм туризм
2 Октябрь 2025, 15:45

Яңы башланғыстарҙы ҡаранылар

“Инвестсәғәт”тә сәнәғәттәге һәм ауыл хужалығындағы яңы проекттарҙы хупланылар.

Яңы башланғыстарҙы ҡараныларЯңы башланғыстарҙы ҡаранылар
Яңы башланғыстарҙы ҡаранылар

2 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең Инвестиция комитетының “Инвестсәғәт” форматындағы сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда сәнәғәттәге һәм ауыл хужалығындағы яңы башланғыстарҙы ҡаранылар.

Стәрлетамаҡ районындағы “Алға” йылдам үҫеш биләмәһендә автокланлы газобетон һәм ҡоро төҙөлөш ҡушылмаларын етештереү буйынса завод төҙөлөшө пландары тураһында “Экопромстрой” компанияһы директоры урынбаҫары Александр Ким һөйләне. Проектты тормошҡа ашырыу автоматлаштырылған етештереүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Уның продукцияһы республика тармағында ҙур һорау менән файҙаланыласаҡ. Инвестиция комитеты был башланғысты хупланы. Предприятие “Алға” йылдам үҫеш биләмәһе тарафынан бирелгән ташламанан файҙаланасаҡ.

“СоцСтройИнвест” инвестиция-төҙөлөш компанияһы генераль директоры Альберт Исхаҡов Өфө районында күмәртәләп бүлеү үҙәген төҙөү проекты менән таныштырҙы. Проектты тормошҡа ашырыу 26 мең квадрат метрҙан ашыу майҙаны булған заманса комплексты күтәреүҙе күҙаллай. Фекер алышҡандан һуң проектҡа өҫтөнлөклө статусын биреү тураһындағы һығымтаға килделәр. Өфө районы хакимиәте ер участкаһын рәсмиләштергәндә ярҙам күрһәтәсәк.

“Артемида” тоҡомсолоҡ заводы директоры Евгений Пожидаев Ҡырмыҫҡалы районында голштин тоҡомло һыйырҙарҙы үрсетеү буйынса заманса һөт-тауар малсылыҡ комплексын төҙөү проекты менән таныштырҙы. Инвестор башланғысты тормошҡа ашырыуға тотонған да инде. Проектҡа өҫтөнлөклө статусы бирелде.

Өфөлә офис-логистик үҙәген ойоштороу концепцияһы тураһында “СН-продукт” компанияһының башҡарома директоры Андрей Чистяков һөйләне. Инвестор ҡаланың сауҙа нөктәләренә һәм социаль ойошмаларға үҙҙәре етештергән һөттө йыйыу, һаҡлау һәм ташыу өсөн заманса бүлеү комплексын ойоштороуға 230 миллион һум сарыф итмәксе. Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһын һайларға ҡушты.

Сығанаҡ, фотолар: БР Башлығы сайты.

Яңы башланғыстарҙы ҡаранылар
Яңы башланғыстарҙы ҡаранылар
Яңы башланғыстарҙы ҡаранылар
Яңы башланғыстарҙы ҡаранылар
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас