Спорт һәм туризм
6 Октябрь 2025, 07:30

“Салауат ере” батыр эҙҙәрен һаҡлай

Яҡташтары данлы улын онотмай

“Салауат ере” батыр эҙҙәрен һаҡлай“Салауат ере” батыр эҙҙәрен һаҡлай
“Салауат ере” батыр эҙҙәрен һаҡлай

  “Янғантау” геопаркы биләмәһендә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ауылы урынында “Салауат ере” тип исемләнгән тарихи-мемориаль комплексы эшләй.  

Батырҙың эҙҙәрен һаҡлаған был ерҙәрҙе күптән түгел беҙгә лә барып күреү форсаты тейҙе. 1-се класлы белгес, геогид Фәрүәз ағай Ғәлиуллиндың ошо төбәктән булыуы, тыуған яғының тарихын төптән белеүе менән дә уның һөйләгәндәре ҡыҙыҡлы, фәһемле булды.

Был комплекс Мостай Кәримдең “Салауат. Ете төш аша” әҫәре нигеҙендә эшләнгән. Комплекстың буйынан-буйына Салауат сағылыш таба.

– Ошо биләмәлә Тәкәй ауылы урынлашҡан булған, ләкин ул Пугачев ихтилалынан һуң яндырылған. Әле һеҙ күргән таш тирмә электән бар ине. Ул урындағы халыҡтың көсө менән эшләнгән. Белеүегеҙсә, Юлай Аҙналин тархан булған. Шайтан-көҙәй ырыуы башлығының әлеге таш тирмәнән алты тапҡырға ҙурыраҡ тирмәһе булған. Тирмә эсенә Салауат Юлаев иҫтәлегенә стела ла ҡуйылды. Был стела аҫтына Эстонияның Палдиски ҡалаһынан килтерелгән тупраҡ һалынды. Был ваҡиғаға “Салауаттың рухы ҡайтты” тип шатландыҡ.

Һарыҡондоҙ һәм Көҫкәнде йылғалары аҡҡан гүзәл тәбиғәтле был урындар Салауат Юлаев тураһында бай иҫтәлектәр һаҡлай. Беҙ уларҙы килгән туристарға ла һөйләйбеҙ. 14 йәшлек Салауат иптәштәре менән урманда йөрөгәндә уларға айыу ташлана. Шул ваҡытта Салауат хәнйәре менән айыуҙың йөрәгенә сәнсә. 14 йәшлек кенә үҫмерҙең шул тиклем ғәйрәтле, көслө булыуы таң ҡалдыра. Тағы ла бер ваҡиғаны иҫкә төшөрөп үткем килә. Салауат 17 йәштә һабантуйҙа атаһы менән көрәшә һәм еңеп сыға. Был да Салауаттың шул йәштән үк бәһлеүән булыуын раҫлай.

Халыҡ электән батырҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Мин бәләкәй саҡта был урында “Тәкәй ауылы” тип яҙылған таш тора ине, ул сылбыр менән уратып алынғайны. Тәкәй ауылы урынлашҡан тарихи ерҙе профессор, археолог Нияз Мәжитов үҙенең студенттары менән ҡаҙылма эштәре үткәреп раҫланы. Улар өйҙәрҙең нигеҙҙәрен тапты. Ауыл ҙур булған, малды ла күп аҫрағандар, йылҡы тотҡандар. Халыҡтың ҡарап торғаны ат булған. Аттың баш һөйәген тупһа эргәһенә күмеү төрки халыҡтарҙың йолаһы, ҡаҙылма барышында йылҡының баш һөйәктәре лә табыла. Ул һаҡлау көсөнә эйә, тигән ырым булған, – тип мауыҡтырғыс итеп һөйләне Фәрүәз Заһир улы.

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн ағас таҡталарҙан һуҡмаҡ эшләнгән. Уның маршрутында батырҙың тормошонан, ижадынан төрлө майҙансыҡтар булдырылған. Был һуҡмаҡтың оҙонлоғо ике километрҙан артып китә.

– Июнь аҙағы, июль тулыһынса, августың тәүге өлөшөндә көнөнә төрлө яҡтарҙан меңәр кеше килә. Мәскәүҙән, Питерҙан, Силәбе өлкәһенән туристар байтаҡ, – ти Фәрүәз ағай.

Милли батырыбыҙ тыуып үҫкән ерҙән атлағанда күңелде тәрән уйҙар биләй. Ҡасандыр тап ошо төйәктә батыр йәшәгән, был урындар уның эҙҙәрен һаҡлай. Туристар өсөн төҙөлгән ағас һуҡмаҡ буйлап барғанда төрлө майҙансыҡтарҙа Салауат Юлаевтың тормошо, ижады сағыла. “Белем үҙәне” Салауат Юлаевтың әсәһенән тормош һәм дин тураһында тәүге уҡыуҙар алыуын символлаштыра. Батырҙың әсәһе бик грамоталы булған. Төрки телдәрен дә, рус телен дә улына өйрәткән.

Юл буйында Салауат Юлаевтың шиғырҙары менән дә танышырға мөмкин. Ғөмүмән, һуҡмаҡ буйлап атлағанда батырҙың тормошо тулыраҡ күҙ алдына килә.

Фәрүәз Заһир улы әйтеүенсә, был урынды мәңгеләштереүгә хәҙерге көндә мәрхүм булған тарихсы, географ Тәрхән Сәғит улы Заһиҙуллин да күп көс һала. Яҡташтары уның эшен дауам итә.

Милли батырҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса хеҙмәт иткән, уның тураһында туристарға мәғлүмәт еткергән шәхес Фәрүәз Ғәлиуллин үҙе Әлкә ауылыныҡы. Ҡасандыр яндырылған ауылдар исемлегендә Бикбулат ауылы ла була. Ул – ошо ауылға нигеҙ һалған Бикбулаттың 11-се быуыны. Ҡырҡ йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнай.

Фәрүәз ағай Әлкә мәктәбен тамамлағандан һуң, техникумда ветеринар-табип һөнәрен ала, ләкин үҙен ул уҡытыусылыҡ эшенә арнай. Һуңынан Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия институтында физика-математика факультетын ситтән тороп тамамлай. 13 йыл дауамында Ишембай (элекке Мусабай) ауылында мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Һуңынан Әлкәгә ҡайтып, 2018 йылға тиклем ошо ауыл мәктәбендә физика, математика, география, химия кеүек фәндәрҙән уҡыта. Ситкә китмәй, үҙенең тыуған төйәгендә хеҙмәт итә. “Үҙебеҙҙең райондан сыҡманым”, – ти әңгәмәсем.

Әлкәлә уҡытып йөрөгән сағында ауылдың мәктәп бинаһында Салауат Юлаевтың бала сағына арналған музейҙы асыуға ла ул үҙенең өлөшөн индерә. Шул осорҙа ул ныҡлап батырҙың тормошо, ижады менән ҡыҙыҡһынып алып китә. Былтырҙан уға “Салауат ере” комплексында экскурсия эштәрен алып барыу бурысы йөкмәтелә.

Салауат Юлаевтың яҡташтарында ла тыуған ер өсөн яуаплылыҡ тойғоһо көслө. Фәрүәз ағайҙың нәҫеле миҫалында ла быны асыҡ күрҙек.

– Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, олатайым дүрт улы менән фронҡа китә. Унан атайым ғына иҫән ҡайта. Олатайым өс улы менән яу яланында һәләк була. Атайымдың да биш улының барыһы ла заманында армияла һалдат бурысын намыҫлы үтәне, сит илдәрҙә лә хеҙмәт иттеләр. Үҙем Польшала хәрби бурысты башҡарҙым. Ғаиләлә һигеҙенсе бала, энебеҙ Илдар Афған һуғышын үтте. Махсус хәрби операция башланғас, контракт буйынса шунда китте. Үкенескә ҡаршы, ул хәбәрһеҙ юғалды. Үҙемдең ике улым да Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәне. Флүр улым, Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, Батырлыҡ ордены менән наградланды, – тип ғорурлыҡ менән һөйләне яҡындары тураһында Фәрүәз ағай.

Салауат Юлаев  тураһында тәрән иҫтәлек һаҡлаған, үҙҙәре лә уға лайыҡлы булған яҡташтары менән таныштыҡ был төбәккә сәфәребеҙ мәлендә.

 

ФЕКЕР

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:

– Кешеләрҙе нимә йәлеп итә? Тарихи ваҡиғалар, һәм әлбиттә, тәбиғәт. Бында икеһе лә бар. Салауат Юлаев тыуып-үҫкән ауыл – тарихи урын. Башҡортостан өсөн Салауат Юлаевтың әһәмиәтен барыбыҙ ҙа белә. Ул яугир генә түгел, ижади яҡтан да уникаль шәхес. Бик йәшләй генә яҙһа ла, уның шиғырҙары бик тәрән мәғәнәле. Был яҡтың тәбиғәте лә бик матур. Шуныһы мөһим – комплекста тәбиғәткә, тәбиғәт ланшафтына ҙур хөрмәт менән барыһы ла эшләнгән. Белгестәр бында Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр, бөжәктәр булыуын да билдәләй. Шуға ла биләмәне һаҡлаясаҡбыҙ. Бөгөн республикабыҙҙа яңы туризм нөктәһен астыҡ. Тағы ла башҡараһы эштәр күп. Шулай ҙа бында туристарға ҡарар өсөн күп нәмә бар (комплексты асыу тантанаһындағы сығышынан).

 

Фәрүәз ҒӘЛИУЛЛИН, “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексы геогиды:

– Беҙ милли батырыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Салауат Юлаев тураһында иҫтәлекте һаҡлап, ошондай мемориаль комплекс төҙөлөүенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ. Халыҡ был ваҡиғаны күптән көттө. Бала саҡтан беҙ Салауат Юлаев менән рухланып үҫтек. Уның рухы һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй. Әле лә хәтерҙә, бәләкәй саҡта ике ауыл осо малайҙары уҡ-һаҙаҡ менән һуғышып уйнай торғайныҡ. Һаҙаҡтың башында ябай ағас ине. Командирҙарыбыҙ ҙа булды. Тау яулайбыҙ йәки кәбәндең башына кем беренсе менә, тигән бурыс ҡуйып, хәрби рухта, Салауат рухында тәрбиәләнеп үҫтек.

 

Белешмә:

Башҡортостан – туристар ағымы артҡан төбәктәр исемлегендә. Республикабыҙҙа былтыр туристар һаны 2,3 миллион берәмектән ашыу булған. Төбәктең туризм инфраструктураһы үҫеше иҫәбенә артабан да ыңғай күренеште дауам итеү мөһим.

Туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн республика уңайлы мөмкинлектәр булдыра. Республика Башлығы инвестиция сәғәттәре барышында шәхси рәүештә проекттарҙы ҡарай, уларға ярҙам тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.

“Салауат ере” батыр эҙҙәрен һаҡлай
“Салауат ере” батыр эҙҙәрен һаҡлай
“Салауат ере” батыр эҙҙәрен һаҡлай
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас