+24 °С
Ямғыр


Өфө ҡыҙы Дилара Хәтмуллина икенсе тапҡыр инде шахбокс буйынса донъя чемпионы исемен яуланы.
Чемпионат Сербияла үткәрелде, финалға сыҡҡан Дилара унда Рәсәй спортсыһы менән фекер һәм көс буйынса һынашты. Ул былтыр көҙ ҙә ошо уҡ титулды яулағайны.
Шахбокс – шахматты һәм боксты берләштергән гибрид спорт төрө, ул бер үк рингта аҡыл һәм физик көс раундтарын йәнәш алып бара.
Фото: Дилара Хәтмуллинаның шәхси архивынан.