Спорт һәм туризм
9 Октябрь 2025, 11:00

Милли спорт төрҙәре тураһында һөйләштеләр

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Бөтә Рәсәй “Спорттың милли төрҙәренең көнүҙәк проблемалары” тигән конференция булды.

Милли спорт төрҙәре тураһында һөйләштеләрМилли спорт төрҙәре тураһында һөйләштеләр
Милли спорт төрҙәре тураһында һөйләштеләр

Элек-электән халҡыбыҙ һөңгөнө сәпкә тейҙереүҙә, ауыр “суҡмар”ҙы алыҫыраҡ ырғытыуҙа, сыбыртҡы шартлатыу, һыбай килеш сәпкә уҡ атыу, атта килеш һөңгөнө алыҫлыҡҡа ырғытыу, йылғала ағып килгән сәпкә уҡ атыуҙа, хәнйәр менән сабып өҙөү кеүек милли спорт төрҙәре буйынса үҙен таҫыллыҡта һынаған. Хәҙер ҙә ат сабыштары, көрәш һәм башҡалар - һабантуй биҙәге. Бынан тыш, уҡ атыу, ауҙарыш буйынса төрлө ярыштар ҙа хәҙер  даими үткәрелә.

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Бөтә Рәсәй “Спорттың милли төрҙәренең көнүҙәк проблемалары” конференцияһы булды. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сарала ҡатнашыусыларға видеосәләм ебәргәйне. Рәсәйҙең Милли һәм спорттың Олимпия уйындарына ҡарамаған төрҙәре комитеты рәйесе Борис Гришиндың сәләм һүҙҙәрен ошо комитеттың вице-президенты, идара ағзаһы Игорь Павлюк еткерҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов сығышында милли спорт үҫешенә яңы ҡараштар тураһында һөйләне. “Кама утары” казактар йәмғиәте атаманы урынбаҫары Юрий Морозов сығышында Башҡортостандағы казак йәмғиәттәрендә хәрби-спорт әҙерлеге һм илһөйәрлекте тәрбиәләү тураһында белдерҙе.

Сарала Башҡортостан физик культура институты директоры, педагогия фәндәре докторы, профессор Лилиә Макина һәм Рәсәйҙең Милли һәм спорттың Олимпия уйындарына ҡарамаған төрҙәре комитеты рәйесе Игорь Павлюк хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Конеренция тураһында тулыраҡ “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Автор фотолары.

Милли спорт төрҙәре тураһында һөйләштеләр
Милли спорт төрҙәре тураһында һөйләштеләр
Милли спорт төрҙәре тураһында һөйләштеләр
Милли спорт төрҙәре тураһында һөйләштеләр
Милли спорт төрҙәре тураһында һөйләштеләр
Милли спорт төрҙәре тураһында һөйләштеләр
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас