Спорт һәм туризм
10 Октябрь 2025, 14:50

Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә

Өфөлә падел-теннис буйынса беренсе һөнәри турнир башланды.

Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәреләӨфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә
Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә

10 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсултанов республикала падел-теннис буйынса беренсе һөнәри турнирҙы тантаналы асыу сараһында ҡатнашты.

Ярыштар Башҡортостанда был спорт төрө өсөн махсуслаштырылған беренсе үҙәктә - “Арена” падел-клубының кортында үткәрелә. Ике мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда халыҡ-ара стандартлы биш асыҡ корт һәм падел өсөн кәрәк-яраҡтар, спорт экипировкалауы, кафе, сисенеп кейенеү урыны, функциональ тренинг зонаһы һәм башҡалар бар.

Рәсәй Падел федерацияһы генераль директоры Алексей Сорокиндың әйтеүенсә, был спорт төрө - динамикалы команда уйыны.

- Рәсәйҙең 60 төбәгендә падел буйынса урындағы федерациялар бар. Беҙ Рәсәйҙең Спорт министрлығынан аккредитациялау үттек, Рәсәй Кубогы һөҙөмтәләре буйынса йыйылма команданы туплау хоҡуғына өлгәштек. Ярыштар системаһы тулыһынса бар, - тине Алексей Сорокин.

Радий Хәбиров һәм Одес Байсултанов символ төймәһенә баҫып турнирға старт бирҙе. Башҡортостан Башлығы был спорт төрө менән шөғөлләнгән балалар ракеткаһына ҡултамға ҡалдырҙы.

Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.

Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә
Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә
Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә
Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә
Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә
Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә
Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә
Өфөлә бындай турнир беренсе тапҡыр үткәрелә
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас