

10 октябрҙә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше буйынса совет ултырышын үткәрҙе. Сара Көрәш һарайында үткәрелде һәм унда 500 делегат – министрлыҡтар, ведомстволар, йәмәғәт берекмәләре етәкселәре, Рәсәйҙең әйҙәүсе спортсылары һәм тренерҙары, шулай уҡ сит илдәр – Афғанстан, Һиндостан һәм Үзбәкстан – вәкилдәре ҡатнашты.
Көн ҡаҙағында спорт инфраструктураһы үҫеше, төрлө дисциплиналар буйынса ҙур ярыштарҙы үткәреү, шулай уҡ атлеттарға һәм тренерҙарға ярҙам итеү мәсьәләләре булды.
Радий Хәбиров сараны асып маҡтаулы ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм Башҡортостандың спорт тармағы үҫеше һығымталарын ҡыҫҡаса билдәләне.
- Рәсәйҙең Спорт министрлығы ярҙамында спорт тармағын әүҙем үҫтерәбеҙ. Биш йыл эсендә 1400-ҙән ашыу спорт объектын сафҡа индерҙек. Башҡортостан – уларҙың һаны буйынса илдә тәүге өс лидер иҫәбендә. Барлыҡ объекттар ҙа ҙур һорау менән файҙалана һәм һөҙөмтә бирә, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ “Бизнес-спринт. Мин спортты һайлайым!” федераль проектын уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Уға ярашлы, дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын файҙаланып өс объектты төҙөнөк.
Республика етәксеһе Башҡортостандың социаль программаларында спорт объекттарын төҙөү ҡаралған предприятиеларға рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ адаптив спорттың яҡшы үҫеше тураһында әйтте.
– Беҙҙә күп спорт дисциплиналары буйынса һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙы, Паралимпия, Сурдлимпия еңеүселәрен, призерҙарын әҙерләү йәһәтенән ҙур тәжрибә тупланған. 2023 йылдан алты филиалы булған Адаптив үҙәк эшләй. 5700 спорт ҡоролмаһы адаптив спорт менән шөғөлләнеүгә ҡулайлаштырылған. Дөйөм Рәсәй адаптив спорты федерацияларының дүрт төбәк бүлексәһе эшләй, - тине Радий Хәбиров. – Рәсәйҙең Спорт министрлығына республикабыҙҙы БДБ илдәренең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында I Ҡышҡы спартакиаданы үткәреү майҙансығы сифатында һайлағаны өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ бының өсөн кәрәк инфраструктураны әүҙем әҙерләйбеҙ.
Эштең тағы бер мөһим йүнәлеше – махсус хәрби операция ветерандарын спортҡа йәлеп итеү.
- Махсус хәрби операция ветерандарын физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү аша реабилитациялау йәһәтенән “Ҡаһарманлыҡ” проектын уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Ярыштарҙа 300-ҙән ашыу ветеран һәм уларҙың ғаиләләренең 1500 ағзаһы ҡатнаша, - тине Радий Хәбиров.
Тағы республикала “Ауыл тренеры” һәм “Ҡала тренеры” программалары тормошҡа ашырыла. Киләһе йылдан 22 белгес республика ярҙамында федераль түләүҙе аласаҡ. Бынан тыш, 58 спортсы һәм 30 тренер ғүмерлек стипендия менән тәьмин ителгән. Сығыш яһағандан һуң Башҡортостан Башлығы спортсыларға һәм тренерҙарға ҡаһарман хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республикабыҙҙың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ултырышта ҡатнашыусыларҙы Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсултанов сәләмләне. Ул Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Республика көнө менән ҡотланы һәм спорт тармағы үҫешенә юғары баһа бирҙе.
- Башҡортостан – илдең әйҙәүсе спорт төбәктәренең береһе, үҫешкән матди-техник базаға, әҙерлекле кадрҙарға, ҙур ярыштарҙы үткәреү тәжрибәһен эйә, - тине Одес Байсултанов.
Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Гуров сығышында Рәсәйҙең Мәғариф һәм Спорт министрлыҡтары менән һөҙөмтәле эшмәкәрлеге тураһында белдерҙе. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Көслөләр һайлауы” федераль проектын тормошҡа ашырыу тураһында проект рәйесе, Рәсәй сенаторы, өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин һөйләне.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше буйынса совет барышында видеобәйләнеш форматында республикала ГТО (“Спортҡа һәм оборонаға әҙер” комплексы) нормативтарын тапшырыу буйынса 12 майҙансыҡ асылды. “Рәсәй спорты” программаһына ярашлы, бындай ҡоролмалар Краснокама, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Яңауыл, Благовар, Ғафури, Иглин, Ейәнсура, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында һәм Нефтекама ҡалаһында барлыҡҡа килде. Бынан тыш, Өфөлә, Ағиҙел буйында, күп функциялы спорт майҙансығы барлыҡҡа килде. Уны “Сәләмәт Ватан” ижтимағи хәрәкәте тормошҡа ашырған “Рәсәйҙең 100 спорт майҙансығы” проектына ярашлы төҙөнөләр.
Башҡортостан Башлығы район башлыҡтарына һәм яңы объекттар асылған муниципалитеттарҙың спорт йәмәғәтселегенә әүҙем эш өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сарала Өфөлә БДБ илдәренең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары араһында I Ҡышҡы спартакиаданы үткәреүгә әҙерлек тураһында һөйләштеләр. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибовтың әйтеүенсә, ярыштар быйыл 14 – 20 декабрҙә Өфөлә өс категория буйынса – терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар, һуҡырҙар һәм һаңғырауҙар спорты буйынса була. Балалар биш дисциплина – тау саңғыһы спорты, сноуборд, кёрлинг, саңғы ярыштары һәм шахмат буйынса көс һынашасаҡ. Спартакиадала 1,5 мең спортсы ҡатнашыр тип көтөлә.
Сара аҙағында Башҡортостан Башлығы унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.
- Спорт йәмәғәтселегенә, спортсыларыбыҙға һәм тренерҙарға рәхмәт. Замандар нисек кенә ауыр булмаһын, физик культура менән спорт үҫешенә булышлыҡ итәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.