Спорт һәм туризм
10 Октябрь 2025, 14:40

Радий Хәбиров “Автодор кубогы” ярыштарын асыуҙа ҡатнашты

Ярыштар 2021 йылдан йыл һайын ойошторола.

Радий Хәбиров “Автодор кубогы” ярыштарын асыуҙа ҡатнаштыРадий Хәбиров “Автодор кубогы” ярыштарын асыуҙа ҡатнашты
Радий Хәбиров “Автодор кубогы” ярыштарын асыуҙа ҡатнашты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша Пермдә Бөтә Рәсәй грек-рим көрәше буйынса “Автодор кубогы” ярыштарын асыу тантанаһында ҡатнашты. Сара “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Көслөләр һайлауы” федераль проектына ярашлы булды.

Ярыштар 2021 йылдан йыл һайын ойошторола. Быға тиклем ул Ҡазан ҡалаһында, Владимир һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә, былтыр Башҡортостанда үткәрелгәйне. Турнир Рәсәйҙә грек-рим көрәшен популярлаштырыуға һәм төбәктәрҙең спорт бәйләнештәрен нығытыуға булышлыҡ итә.

Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

- Барлыҡ тамашасыларға – һөҙөмтәле көрәш, спортсыларға, әлбиттә, еңеү теләйем, - тине Дмитрий Махонин.

Сарала шулай уҡ “Көслөләр һайлауы” федераль поекты ижтимағи советы рәйесе, Рәсәй сенаторы, Рәсәй Геройы, өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин ҡатнашты.

Радий Хәбиров, турнирҙа ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан менән Пермь крайын дуҫлыҡ ептәрен бәйләүе тураһында әйтте.

- Хөрмәтле спортсыларҙы-көрәшселәрҙе – рухи йәһәттән яҡын кешеләрҙе – сәләмләйем. Барығыҙға ла уңыштар, күрше төбәккә - сәскә атыуын, егеттәргә спорт еңеүҙәрен һәм ғәҙел көрәш теләйем, - тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас