

10 октябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет эшендә ҡатнашҡан Һиндостандың, Афғанстандың һәм Үзбәкстандың спорт делегациялары вәкилдәре менән осрашты.
Радий Хәбиров сараның маҡтаулы ҡунаҡтарын сәләмләне һәм уларға һөҙөмтәле эш теләне.
- Һеҙҙе республикабыҙҙа ҡабул итеү – беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Һәр ил менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылған. Үҙебеҙҙең ҙур спорт сараларын үткәреү тәжрибәһе менән бүлешергә әҙербеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы. – Ошондай ҡатмарлы ваҡытта спорт илдәребеҙгә дуҫлашыу һәм аралашыуҙы дауам итеү мөмкинлеген бирә. Беҙ артабан да бергәләп саралар үткәрәсәкбеҙ.
Афғанстандың Олимпия комитеты етәксеһе Васик Ахмадулла Башҡортостанда йәшәүселәрҙе етеп килгән Республика көнө менән ҡотланы һәм төбәктең даими үҫеше тураһында белдерҙе.
- Мин Өфөлә беренсе тапҡыр ғына түгел, ҡаланың үҙгәреүен күрәм. Бында күп кенә афғандар йәшәй, эшләй һәм ғаилә ҡора, - тине Васик Ахмадулла. – Ысынлап та, спорт илдәребеҙҙе берләштерә. Бөгөн бында йыйылыуыбыҙға шатмын. Рәсәй – спорт иле, һеҙ - беҙҙең өсөн өлгө. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ ҙур, тренерҙарығыҙ көслө. Ошо көндәрҙә һеҙҙәге ҙур спорт объекттарында булдыҡ һәм тәжрибә тупларға әҙербеҙ.
Башҡортостан етәкселегенә спорт өлкәһендәге әүҙем хеҙмәттәшлек өсөн Панджаб штатындағы Һиндостан Халыҡ Партияһы (BJP) президенты Раджеш Багха һәм Үзбәкстандың Билбаулы көрәш халыҡ-ара федерацияһы вице-президенты Равшан Дастиров рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Аралашыу һүҙҙә генә түгел, эш буйынса ла. Бергәләп күп халыҡ-ара ярыштарҙы үткәрҙек һәм был йоланы дауам итергә теләйбеҙ. Башҡортостандың туғандаш халҡының ныҡлы ярҙамын һәр саҡ тоябыҙ, - тип белдерҙе Равшан Дастиров. – Көрәшселәрҙе хөрмәт итәбеҙ, улар ныҡ көслө. Уларҙы 2026 йылдың майында Наманганда булыр тип планлаштырылған турнирға саҡырабыҙ. Шулай уҡ Һиндостан һәм Афғанстан спортсыларын да ярыштарҙа көтәбеҙ. Барлығы 80 илдән вәкилдәр көтөлә.
Сығанаҡ, фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.