

2025 йыл башынан Башҡортостанға туристар ағымы 1,5 миллионға яҡын кеше тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө һәм Рәсәйҙә 17-се урынды биләй. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина хәбәр итте.
– Былтырғы кимәлгә етеп, уны 200 мең кешегә арттырасаҡбыҙ, тип фаразлайбыҙ, – тине Светлана Верещагина.
Башҡортостанда бөтәһе 66 туроператорҙан 800-ҙән ашыу маршрут эшләй. Республика буйлап иң популяр сәйәхәттәр иҫәбендә – экскурсия, тау, сәнәғәт, йәйәүле һәм йылғалар буйлап ағыу турҙары. 2025 йылдың һигеҙ айында туризм өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда 15,5 процентҡа артҡан һәм 16,6 миллиард һумға еткән.
– Башҡортостанда туризм өлкәһендә дөйөм инвестициялар күләме 45 миллиард һумдан ашыу булған 200-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырыла, – тине министр. – Инфраструктура булдырыу туристик потенциалды тормошҡа ашырыуҙа мөһим фактор булып тора. Дәүләт
ярҙамы арҡаһында һуңғы ике йылда республиканың номерҙар фонды 1 000 берәмеккә тиерлек арттырылды.
2025 йылдың 1 сентябренән бөтә урынлаштырыу сараларын классификациялау буйынса мотлаҡ талаптар индерелде. Уларҙы 530 туристик объекттың 504-е үтәгән. Экскурсия хеҙмәтләндереүенең юғары сифатын тәьмин итеү өсөн гидтарҙы аттестациялау буйынса эш дауам итә – уны 93 кеше үткән.
2025 йылдың май-авгусында Башҡортостан шифаханалары 80 меңгә яҡын кешене ҡабул итте. Курорттарға ихтыяж күрһәткесе буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы һәм Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй.
Муниципалитеттарҙа туризм бизнесын үҫтереү өсөн Башҡортостан “Туризм өсөн ер” федераль проектында ҡатнаша – асыҡ кадастр картаһында дөйөм майҙаны 678 гектарлыҡ 68 участка урынлаштырылды. Шулай уҡ республика ҡалаларында һәм райондарында потенциаль инвесторҙар өсөн глэмпингтар асыу өсөн 275 ер участкаһы әҙерләнгән.
Бынан тыш, 2025 йылдың ғинуарынан төбәктә 16 ҙур ваҡиға сараһы уҙғарылды, шул иҫәптән һигеҙе – йәйге миҙгелдә. Уларҙа 800 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Башҡортостан Башлығы республикаға туристар ағымын арттырыу өсөн яңы йүнәлештәр әҙерләргә ҡушты.
– Туристарҙың һанын иғтибар менән күҙәтергә кәрәк. Был мөһим күрһәткес, динамика булырға тейеш. Беҙҙә бик күп ҡыҙыҡлы урындар бар. Уларҙы ҡайҙа асырға икәнен уйлағыҙ. Быны алдан проектларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта барыу юлдарын төҙөкләндереү һәм туҡланыуҙы ойоштороу тураһында онотмағыҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Халыҡ-ара туризм буйынса Тажикстан менән үҙ-ара ағымды үҫтерергә кәрәк. Душанбе ҡыҙыҡлы ҡала. Әйткәндәй, унан Сәмәрҡәндкә тиклем яҡшы юл буйлап машина менән 200 километр ғына барырға мөмкин. Ҡыҙыҡлы сәфәр ойошторорға була.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.