

27 ноябрҙән 7 декабргә тиклем Өфөләге Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үткәрелә. Ярыштарҙың баш ҡалабыҙҙа буласағы хаҡында быйыл июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форум барышында асыҡланды. Унда ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Башҡортостандың Бокс федерацияһы президенты, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктә спорт инфраструктураһының үҫеше хаҡында әйтте. Чемпионаттың беҙҙә ойошторолоуы иһә боксты һәм сәләмәт тормошто популярлаштырыуҙа мөһим аҙым буласаҡ.
Ярыштарҙа Рәсәйҙән 180 спортсы үҙ көсөн һынаясаҡ. Башҡортостан исеменән 11 вәкил ете ауырлыҡ үлсәмендә ярышасаҡ. Андрей Назаров чемпионаттың юғары кимәлдә үтәсәгенә ышаныс белдерҙе һәм теләге булғандарҙың барыһын да унда ҡатнашырға саҡырҙы.
Автор фотоһы.